Донъяға йәм биреп йәшәй
29 сентября 2014 йыл | ---

Клара Ғәбделхай ҡыҙы ике ҙур өй, ике урам менән донъя көтә. Икенсе урамында, ҡәйнәһе Кәримә әбейҙән ҡалған өйҙә йәй көнө балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡунаҡҡа килгән саҡта кереп йоҡлайҙар, ял итәләр. Ике урамдың да ҡапҡалары тимерҙән зауыҡлы итеп эшләнгән. Ике ихата ла профнастил менән кәртәләнгән, ялт итеп тора. Ҡапҡаның икенсеһен былтыр йәй эшләтһә, ихатаны, картуф баҡсаһын да былтыр уратып кәртәләтте. Урамында ҡойоһо бар, өйөнә газ ингән. Күп кенә эштәр Мөхәррәм бар саҡта бергәләп эшләнһә лә, һуңғы ваҡытта йортто матурлау эштәрен Клара бер үҙе дауам итте. Яңғыҙлыҡтың ауырлығын эш менән баҫты, баҙап ҡалманы, төшөнкөлөккә бирелмәне. 2012 йылда өйөнөң тәҙрәләрен пластик тәҙрәләргә алмаштырҙы.
Клара Ғәбделхай ҡыҙы үҙенең белемле, ғилемле булыуы менән дан тотҡан, арҙаҡлы Сабир хәҙрәт Халиҡовтың ейәнсәре.
Сабир хәҙрәт Сәйетбабалағы өс мәсеттең береһендә имам-хатиб булған, мәҙрәсәһендә үҙе малайҙарҙы, абыстайы ҡыҙҙарҙы уҡытҡан. Дини дәрестәрҙән башҡа, география, тарих, тормош һабаҡтарынан да белем биргән. Төрки донъяһының арҙаҡлы ғалимы, Башҡортостан Хөкүмәтенә нигеҙ һалыусы билдәле яҡташыбыҙ Әхмәтзәки Вәлидовтың замандашы, арҡадашы ла булған ул. Юлы төшкәндә, Әхмәтзәки Сабир хәҙрәткә инеп сығып, һөйләшеп ултырған, кәңәштәрен биргән. Шуның шауҡымынандыр Үтәш мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән Клараның атаһы Ғәбделхай Халиҡовты ҡулға алып, төрмәгә оҙаталар. Ауыр кәмһетелеүҙәргә дусар ителеп, яфа-золомдарҙы күп күреп, һаулығын юғалтып ҡайта һәм 29 йәшендә вафат була ул.
Йәшлек мөхәббәтһеҙ булмай, хатта һуғыштан һуңғы юҡлыҡ заманда ла һөйгән йәрҙәр ҡауышып ғаилә ҡора. Клара ла егәрле, эшһөйәр егет Мөхәррәм Ибраһимовҡа кейәүгә бара. Ғаиләлә бер-бер артлы алты бала – бер ул, биш ҡыҙ тыуа. Ул заманда хәҙерге ваҡыттағы кеүек декрет ялында ултырыу мөмкинлеге булмай. Ир менән ҡатын ҡара таңдан киске ҡараңғыға тиклем колхозда эшләйҙәр.
Мөхәррәм сөгөлдөр үҫтереүсе механизатор, Клара сөгөлдөрсө ҡатындарҙың звено етәксеһе була. Намыҫ менән эшләгәс, алдынғылар сафында булалар. Халыҡта эшенә күрә - хөрмәте, тиҙәр. Мөхәррәм юғары күрһәткестәргә өлгәшкән механизатор булараҡ 1978 йыл КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Конференцияһына делегат итеп һайлана. "Өлгөлө хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнә, Маҡтау грамоталары бихисап. Икеһе лә хеҙмәт ветерандары.
Ниндәй генә ауырлыҡ кисерһәләр ҙә, яҙмыш һынауҙарына баш эймәйенсә, тормошҡа ҡыуанып йәшәгән кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгел. Бөгөн хәтер йомғағын һүтеп, үткәндәрен барлай Клара. Ә хәтирәләр ирекһеҙҙән йәшлеккә, ҡәһәрле һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарға алып ҡайта.
Клараны әсәһе, бригадир Хәйриямал бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерҙе. Шуға ла бер ҡасан да уның эшһеҙ ултырғанын күргәнем юҡ. Йә теген машинаһы менән күлдәктәр тегә, йә йөн иләп ойоҡбаштар бәйләй.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та оҙаҡ йылдар колхоз ашханаһында механизаторҙар өсөн аш бешерҙе, тәмле аштары менән һыйланы.
1983 йыл колхозда ветерандар советы ойошторолдо. Мин уның рәйесе итеп һайланғайным. Шул ваҡыттан алып бер өҙлөкһөҙ ул ветерандар советының ағзаһы булды, әле лә эшләй. Әүҙем, намыҫ менән эшләгәне өсөн һәр ваҡыт яңынан һайлана. Уны һәр саҡ мәҙәни сараларға саҡыралар. Мөнәжәт йырлаусы әбейҙәрҙең етәксеһе, дәртләндереүсеһе лә ул. Ислам тәғлимәттәренә инанып йәшәй. Биш ваҡыт намаҙҙы ҡалдырмай уҡый, ҡатын-ҡыҙҙарҙы мәсеткә йөрөргә димләй, йома намаҙҙарына мәсетте йылытып, әҙерләүселәрҙең береһе лә ул, икенсеһе Фәриҙә Ғилманова.
Үҙҙәренә иш, ҡартлығында ярҙамсы булырҙай 5 ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп, уҡытып, үҙ аллы тормош юлына оҙаттылар. Улы Ғәле Ҡытай сигендә сик буйы заставаһында хеҙмәт итте, отставкалағы майор. Өфөлә йәшәй.
Нурсилә менән Зилә - Яҡутстанда, Яҡутск ҡалаһында йәшәйҙәр. Нурсилә хаҡлы ялға сыҡһа ла, эшләүен дауам итә. Гөлнара - Өфөлә йәшәй. Резида - Салауат ҡалаһында. Миңнира - Мәскәүҙә. Һәр береһенең үҙ донъялары, ғаиләләре бар. Балалар үҫтерәләр. Клараның ейән-ейәнсәрҙәре – 11, бүлә-бүләсәрҙәре – 4. Клара Ғәбделхай ҡыҙы һәр ваҡыт хәрәкәттә, баҡсаһында емеш-йәшелсә, күҙ яуын алырҙай гөлдәр үҫтерә. Ике баҡса картуфын тәрбиәләй, ҡош-ҡорт аҫрай.
Ауыр йылдар шауҡымы сәстәрен ағартып, маңлайҙарына бураҙналар һалһа ла, ғүмер көҙөндә күңеле көр уның. Шатлығы ла, һөйөнөсө лә - балалары. Уларҙың изгелеген, ярҙамын тойоп донъя көтә.
- Балалар, ейәндәр, бүләсәрҙәр ҡыуанысынан да ҙур шатлыҡ юҡ, - тип һөйөнә, - улар ҡайтып керһә, өй түренә фәрештәләр килеп ҡунған кеүек була, - ти ул.
Тормоштоң ауырлығын күп татыһалар ҙа, йәшәү йәмен юғалтмаған, күңелдәре яҡты булған әбейҙәребеҙ йәштәргә үрнәк булып, донъяға йәм өҫтәп оҙаҡ, бик оҙаҡ йәшәһендәр.
Вилдан ШӘРИПОВ.
Красноусол ауылы.