В Уфе прошел XIII баскетбольный турнир памяти Александра Знаменского
08 ноября 2012 йыл | Спорт

В Уфе прошел XIII баскетбольный турнир памяти Александра ЗнаменскогоВ уфимском спорткомплексе «Нефтяник» состоялся XIII турнир по баскетболу среди ветеранов и школьников, посвященный памяти Александра Знаменского.
В турнире приняли участие мужские команды ветеранов города Октябрьского, и три уфимских команды, названные именами знаменитых баскетбольных тренеров — Сахнова, Еникеева и Трифонова.
Детская часть турнира была представлена командами: лицея №62, гимназии №82, школ №156 и №129.
Победителем турнира стала мужская «Команда Еникеева».

Башҡорт дәүләт университетында Асыҡ ишектәр көндәре старт алды
08 ноября 2012 йыл | Хаттар

Башҡорт дәүләт университетында Асыҡ ишектәр көндәре старт алдыБашҡорт дәүләт университетында абитуриенттар менән рәсми осрашыуҙарға – Асыҡ ишектәр көндәренә старт бирелде. Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл был мөһим сара «7 шәмбе» программаһы буйынса үткәреләсәк. Йәғни осрашыуҙар алдағы ете аҙна дауамында һәр шәмбе һайын ойоштороласаҡ. Тәүҙә абитуриенттар менән график буйынса факультеттарҙа осрашыуҙар үткәрелә, сара аҙағында дөйөм университет байрамы ойошторола.

Башҡортостан Президенты һәм ГосНИИгенетика белгестәре төбәктә сәнәғәт биотехнологияларын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе
08 ноября 2012 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Башҡортостан Президенты һәм ГосНИИгенетика белгестәре төбәктә сәнәғәт биотехнологияларын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙеБашҡортостанда биополимерҙар етештереү буйынса ике завод төҙөү планлаштырыла. Улар Бөрө һәм Благовещен ҡалаларында урынлашасаҡ.
— Сәнәғәт биотехнологияларын үҫтереү буйынса беҙҙә етди пландар бар. Мәҫәлән, Бөрөлә һәм Благовещенда биополимерҙар етештереү буйынса ике завод төҙөргә планлаштырабыҙ, — тип хәбәр итте республика Президенты Рөстәм Хәмитв 6 ноябрҙә Өфөлә үткән төбәктә сәнәғәт биотехнологияларын үҫтереү буйынса кәңәшмәлә.
Тармаҡ мөмкинлектәрен БР Президенты ГосНИИгенетика вәкилдәре менән тикшерҙе.

Башҡортостанда һалым хеҙмәте һәм Эске эштәр министрлығы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы
08 ноября 2012 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостанда һалым хеҙмәте һәм Эске эштәр министрлығы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙыРәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы менән БР буйынса Эске эштәр министрлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа 7 ноябрҙә Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вәхитов һәм БР буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин ҡул ҡуйҙы. Осрашыу «Һалым органдарының эске эштәр органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыу» темаһына берлектәге семинар-кәңәшмә сиктәрендә ойошторолдо.

Төбәктә үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын етештереү буйынса тармаҡты үҫтереү планлаштырыла
08 ноября 2012 йыл | Хоҡуҡ

Төбәктә үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын етештереү буйынса тармаҡты үҫтереү планлаштырыла Башҡортостанда үҫемлектәрҙе ҡоротҡостарҙан һаҡлау өсөн химик һәм биологик саралар етештереү тармағын үҫтереү планлаштырыла. Бының өсөн кәрәк булған барлыҡ ресурстар, шул иҫәптән етештереү ҡеүәттәре, ғилми эшләнмәләр һәм кадрҙар төбәктә бар, тип билдәләнеләр 7 ноябрҙә Республика йортонда кәңәшмәлә ҡатнашыусылар. Сара төбәктә үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн химик һәм биологик саралар етештереү мәсьәләләренә арналды.
— Үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн махсус саралар ҡулланмай тороп, артабан ауыл хужалығын үҫтереп булмаясаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.
Бөгөнгө көнгә илдә етештерелгән агрохимикаттарҙың дөйөм күләмендә республика өлөшө «Гербицидтар ғилми-тикшеренеү технологик институты» дәүләт учреждениеһы етештергән продукция иҫәбенә өс процент тәшкил итә.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2