Баш ҡалала пенсионерҙар өсөн Халыҡ лекторийы асылды
06 ноября 2012 йыл | Яңылыҡтар

Баш ҡалала пенсионерҙар өсөн Халыҡ лекторийы асылды Баш ҡаланың Халыҡ лекторийы – Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалы менән Өсөнсө быуын халыҡ университеты сиктәрендә тормошҡа ашырылған йәнә бер проект.
Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалы директоры Рөстәм Әхмәҙинуров һүҙҙәренсә, бында гаждандар өсөн аҙна һайын лекциялар ойоштороу планлаштырыла.
— Тәү сиратта, был лекциялар Өсөнсө быуын халыҡ университетында белем алған өлкән йәштәге кешеләр өсөн пенсионерҙарға социаль хеҙмәттәр күрһәтеү мәсьәләләре буйынса Өфө хакимиәте етәкселәре һәм ҡала Советы депутаттары ҡатнашлығында үткәрелә, — тине Рөстәм Әхмәҙинуров.
Халыҡ лекторийында тәүгеләрҙән булып Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов лекция уҡыны.

Башҡортостан Президенты «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды
06 ноября 2012 йыл | Урындағы үҙидара

Башҡортостан Президенты «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды2 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды. Республика башлығы предприятие цехтарын, үҙәк келәтте, үҙәк авария диспетчерҙары хеҙмәтен ҡарап сыҡты, газ бүлеү станцияһы пункты төҙөлөшөнә баһа бирҙе. Шулай уҡ ул хеҙмәт коллективы менән аралашты һәм предприятиеның тарих музейында булды.
Рөстәм Хәмитов «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә ҡулланылған яңы технологиялар хаҡында ҡыҙыҡһынды. Предприятиела инженерлыҡ селтәрҙәрен анализлауҙа һәм моделләштереүҙә файҙаланылған геомәғлүмәти система бар. Шулай уҡ газ менән тәьмин итеү процестарына идара итергә мөмкинлек биргән телеметрия технологиялары ҡулланыла.

Берҙәм рәсәйлеләр Өфөлә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған марафон үткәрәсәк
06 ноября 2012 йыл | Сәйәсәт

Шәмбе, 3 ноябрҙә, Өфөнөң «Приозерный» спорт комплексында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған марафон үтә, унда «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ партияның ете бүлексәһе коллективтары ҡатнашасаҡ, тип хәбәр итә ER.RU.
Командалар футбол, дартс, армрестлинг буйынса көс һынашасаҡ. Сәләмәт тормошто пропагандалау, киң таралған спорт төрҙәрен популярлаштырыу ғаилә байрамының төп маҡсаты булып тора.

Күмертау башҡорттары ҡоролтайы киләсәккә өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләне
06 ноября 2012 йыл | Мәғариф

Күмертау башҡорттары ҡоролтайы киләсәккә өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнеКүмертауҙа ҡала башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышы үтте.
— Үткән йылдар эсендә Күмертау башҡорттары ҡоролтайы ҡаланың йәмәғәт тормошонда, социаль-мәҙәни өлкәһендә лайыҡлы урын алды, — тип билдәләне Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Борис Беляев. – Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү, башҡорт халҡының милли традицияларын һәм мәҙәниәтен, башҡорт телен һаҡлау, йәш кадрҙарға ярҙам итеү, башҡорт теле уҡытыусыларын һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәселәрен ҡеүәтләү буйынса эшмәкәрлек алып барып, минеңсә, ҡоролтай үҙ йүнәлешен дөрөҫ һайлаған.