Ҡыш бабай килде выжлап, Урман-ҡырҙар буйлап…
29 декабря 2012 йыл | Урындағы үҙидара

Ҡыш бабай килде выжлап, Урман-ҡырҙар буйлап…Ҡыш бабайҙың, Яңы йылдың килерен балалар ғына түгел, ололар ҙа көтөп ала. Ошоно иҫәпкә алып, "Табын” гәзите редакцияһы Бөйөк Устюг ҡалаһында йәшәүсе ысын Ҡыш бабайҙы районға ҡунаҡҡа саҡырырға булды. Ҡыш бабай иһә инәлтеп торманы, ҡыңғырауҙар таҡҡан атын егеп юлға сығаһы хаҡында хәбәр ҙә ебәрҙе. Уның оҙон юл үтеп нисек килеп етеүе хаҡында тәфсирләп һөйләп тормаҫтан, районда үҙ күҙҙәре менән күргән, ишеткәндәрен һеҙҙең ҡарамаҡҡа еткермәксебеҙ.

Бәрәкәтле, ырыҫлы йыл булһын!
29 декабря 2012 йыл | Урындағы үҙидара

Һеҙҙең барығыҙҙы ла Яңы йыл байрамы айҡанлы ҡайнар ҡотлайым. Еребеҙгә аяҡ баҫҡан Йылан йылы ырыҫлы, бәрәкәтле булһын, именлек, тыныслыҡ алып килһен.

Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
29 декабря 2012 йыл | Сәйәсәт

Районда
* Ошо көндәрҙә ра-йон үҙәгенең Дауахана тыҡрығы урамында "Пятерочка” универсамы асылды.
* 26 декабрҙә Ташлы ауылында өйҙәргә газ ебәрелде.

Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ спирт-араҡы комбинатын техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыуға баһа бирҙе
29 декабря 2012 йыл | Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ спирт-араҡы комбинатын техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыуға баһа бирҙеЙома, 28 декабрҙә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышына урындағы спирт-араҡы заводында булды. «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы булған заводта быйыл ҙур яңыртыу эштәре үткәрелгән.

Республика Прездентына бында иген ҡабул итеү, уны һаҡлау һәм эшкәртеү буйынса автоматлаштырылған комплекс төҙөлөүе хаҡында һөйләнеләр. Рөстәм Хәмитов иген эшкәртеү күләмдәре менән ҡыҙыҡһынды. «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Николай Князев һүҙҙәренсә, яңыртыу эштәре үткәрелгәндән һуң предприятие тәүлегенә 180 тоннаға тиклем иген эшкәртә. Һатып алыу хаҡына килгәндә, бер тонна иген комбинатҡа 6800 һумға төшә.