“Раштыуа осрашыуҙары”
12 января 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Раштыуа осрашыуҙары”Мәғариф бүлеге алдындағы майҙанда үткән мәҙәни сара шулай тип аталды. Унда "Землячки” халыҡ хоры Раштыуаға арналған йырҙары менән сығыш яһаны. 
Байрамға йыйылыусыларға район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Зилара Бикбова, Наил Вәлиев менән Рәмил Ҡотдосов та йыр-моң бүләк итте. Сараны алып барыусы Елена Рябова таҡмаҡтар конкурсы иғлан итте. Каток майҙанында Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн уйын-конкурс ойошторҙо.

Яңыса ял ойошторҙолар
12 января 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Яңы йыл алды көндәре бигерәк матур булды. Зәһәр һыуығы ла, һепертмә бураны ла булған көн дә һындырҙы.
Аждаһа йылын артта ҡалдырып, эш асҡысын ҡулға алып, хеҙмәт көндәре башланып китте. Кемдер бер йылға олоғайып, йәштәребеҙ буй еткереп, сабыйҙарыбыҙ яҡты донъяларға ауаз һалып, Яңы йылды ҡаршы алдыҡ. Тәбиғәт закондарына ҡаршы килеп булмай: берәү китә, берәү килә. Тормош дауам итә.

Хужабикәгә
12 января 2013 йыл | Кәңәштәр

ХужабикәгәАнанас менән салат
Кәрәк буласаҡ: 300 г бешкән тауыҡ ите, 170 г консерваланған ананас (ярты банка), 100 г ҡара емеш (чернослив), 50 г әстрхан сәтләүеге, 150 г ҡаймаҡ.
Тауыҡ итен бешерәбеҙ һәм һыуытып, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Ҡара емеште 10-15 минут ҡайнар һыуҙа тотоп, сайҡатып алабыҙ, һаламлап турайбыҙ. Әгәр ҡулсалап туралған ананас алған булһағыҙ, уны шаҡмаҡлап турарға кәрәк. Ингредиенттарҙы салат һауытына һалып, ҡаймаҡ өҫтәп, тәменсә тоҙ һибеп, бутайбыҙ. Табынға сығарыр алдынан ярты сәғәт һалҡын урында тоторға кәңәш ителә. Шулай ул тағын да тәмләнә һәм һутлыраҡ була.

Байрам сараһы күңелле үтте
12 января 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Байрам сараһы күңелле үттеЯңы йыл алдынан Ҡотлоғужа ауыл клубында үткәрелгән байрам сараһы йәнле һәм йәмле үтте. Байрамға ауыл халҡы берҙәм йыйылып, төрлө уйындарҙа әүҙем ҡатнашып, көлөп, йырлап-бейеп күңел асты.

”Төньяҡ амурҙары” вариҫтары
12 января 2013 йыл | Мәғариф

”Төньяҡ амурҙары” вариҫтарыОктябрь айында Красноусол башҡорт гимназия-интернатының "Төньяҡ амурҙары” командаһы, Калуга өлкәһенең Малоярославец ҡалаһында уҙғарылған "1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл” тигән Бөтә Рәсәй тарихи турнирында ҡатнашып, бик ҙур уңыштарға өлгәшеп ҡайтты.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4