Бер-береһенең белеп ҡәҙерҙәрен
16 января 2013 йыл | ---

Бер-береһенең белеп ҡәҙерҙәренАйырылмаһын, ҡайырылмаһын,
Пар булһын ҡанатығыҙ.
Айға түгел, йылға түгел,
Ғүмергә яратығыҙ, - тип теләк теләгәйне туғандары Ҡормантау ауылында йәшәүсе Рәйсә менән Рәшит Хисаметдиновтарға. Туйҙағы изге теләктәр ҡабул булып, ҡанаттары ҡайырылманы, мөхәббәттәре ғүмерлек булды уларҙың һәм бына 60 йыл инде иңгә-иң терәшеп, шатлығын да, ҡайғыһын да уртаҡ итеп үҙҙәре һайлаған яҙмыш һуҡмағынан етәкләшеп атлайҙар.

М.З.ЯГАНШИН
16 января 2013 йыл | ---

М.З.ЯГАНШИНРайондың энергетика тармағы ветераны, Ғафури район электр селтәренең элекке начальнигы М.З.Яганшин 77-се йәшендә көтмәгәндә арабыҙҙан китте.

Бүләктәр эйәләрен тапты
16 января 2013 йыл | ---

Бер-береңә изге теләктәр теләп, бүләктәр бирешеү мәле – Яңы йыл байрамы үтеү менән "Табын” гәзите үҙен алдырып уҡыусылар араһында, йылдағыса, бүләктәр уйнатты.

Бергә-бергә күңелле
16 января 2013 йыл | Хаттар

Уҫман ауылында шыршы байрамы, һәр йылдағыса, күңелле үтте. Беҙҙә халыҡ дәртле, һәләтле. Йыр-моңға оҫталар үҙ һөнәрен күрһәтте, төрлө уйындар уйнатылды, лотерея ойошторолдо, матур бүләктәр таратылды.

Тәмәкегә ҡаршы көрәште хуплайым
16 января 2013 йыл | Хаттар

Социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, тәмәке төтөнө менән үҙҙәрен ағыуламаған кешеләр тәмәке тартыусыларға ҡарағанда оҙағыраҡ йәшәй. Оло йәштәге кешеләрҙең бөтәһе лә тәмәке тартмаусылар. Тәмәке тартыусылар үҙ-үҙҙәрен ағыулай, ғаиләһенә матди яҡтан ғына түгел, рухи матурлыҡта ла ҙур зыян килтерә. Эскеселәр кеүек, тәмәкеселәр ҙә илебеҙ өсөн оло бер бәлә, фажиғә.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3