Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
19 января 2013 йыл | Сәйәсәт

Районда
* 24 ғинуарҙа Красноусолда район мәктәптәре директорҙары кәңәшмәһе үтә.
* Сәйетбаба мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары "Байрам концерты” менән район ауылдары буйлап гастролгә сыҡҡан. Улар Бурлы, Имәндәш ауылдарында сығыш яһап өлгөргәндәр ҙә. Яҡын көндәрҙә Еҙем-Ҡаран, Үзбәк ауылдарына ла барып етәсәктәр.

Ҡыш бабай бүләге
19 января 2013 йыл | Хаттар

Бәхти ҡарт кибеттән бик оҙаҡ ҡайтмай торғас, Гөлъямал әбей түҙмәне:
- Бәй-бәй, бөгөн дә шул хәл ҡабатланырмы икән ни, әллә ҡуна ҡаламы, - тип үҙ алдына һөйләнеп, ҡапҡа төбөндә бабайын көттө.
Ҡартының был сәйер ғәҙәтенә күптән күнегеп бөтһә лә, йомош-юлдан ҡайтмай торһа, Гөлъямал әбей хафаланып, борсола башлай. Яҡшы атта ла бер холоҡ бар тигәндәй, ҡайҙа ғына барһа ла Бәхти ҡарт тиҙ генә әйләнеп ҡайта һалмай, ғәҙәтенсә, таныш-белеш осрап, хәл-әхүәл һорашып, хатта, сәйәси ваҡиғаларға "күҙәтеү яһап”, донъяһын онотоп йөрөгән саҡтары булғылап тора. Ҡуна ҡалырға ла ихтимал. Ярты төндә ҡайтып килеүе лә бик мөмкин. Уны ахмаҡлыҡта ла ғәйепләп булмай. Үтә һиҙгер кеше ул. Әммә бер ҡатлы, ябай. Ҡәтғи түгеллеге, кешегә "юҡ” тип әйтә, бер ҡарарға тиҙ генә килә алмауы аптырата. Йомарт күңеле ҡайһы саҡта үҙен дә бөлдөрөп ҡуя. Әле лә уны типһә тимер өҙөрлөк, вагон һөйрәрлек Ғилман "әфәнде” үҙ ҡармағына эләктереп, меҫкенләнеп, ҡарттың пенсия аҡсаһына башын төҙәтеп, хушланып алды, донъяһын онотторҙо.

Тапҡанһың икән, баға ла бел
19 января 2013 йыл | Хоҡуҡ

Ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү… Суд материалдары араһында ошондай эштәр йыш осрай. Әммә яуап тотоусыларҙың барыһы ла белдерелгән дәғүәләр  менән килешмәй һәм үҙҙәрен ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеүгә риза булмай. Атай-әсәйҙәрҙең үҙ балалары өсөн "көрәшеп”, үҙ хоҡуҡтарын яҡлап сыҡҡан осраҡтар ҙа булғылай.

Фәнгә юл мәктәптән башлана
19 января 2013 йыл | Мәғариф

11 ғинуарҙа Красноусол башҡорт гимназия-интернатында Бәләкәй фәндәр академияһы сиктәрендә "Фәнгә тәүге аҙымдар” тип аталған V район фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Уны район мәғариф бүлеге гимназия һәм мәктәптәрҙең ғилми йәмғиәттәре менән берлектә ойошторҙо.
Фәнни эш менән шөғөлләнеүсе уҡыусылар - тәбиғи, социаль-иҡтисади, гуманитар, техник фәндәр, туған телдәр, башланғыс кластар, йәш ижадсылар - үҙ йүнәлештәре буйынса 13 секцияға бүленеп, эҙләнеү-тикшеренеү эштәрен жюри хөкөмөнә тәҡдим итте.
Конференцияла район мәктәптәренән бөтәһе 157 уҡыусы ҡатнашты. Секцияларҙың эксперт төркөмдәре етәкселәре дөйөм эшмәкәрлеккә байҡау яһаны, фәнни эштәргә баһа бирҙе. Йәш тикшеренеүселәрҙең иң яҡшы, ентек-ле, нигеҙле башҡарылған эштәре төрлө дәрәжәләге Дипломдар  менән билдәләнде.

Иҫкә төшә уҙған йылдар
19 января 2013 йыл | Мәғариф

Ғүмер ҡояшы байышына табан тәгәрәгәндә  уй, зиһен ирекһеҙҙән үткәндәрҙе байҡай. Бала саҡ, йәшлек йылдары һағындырып иҫкә төшә. Бөйөк рус яҙыусыһы Лев Толстой ҙа: "Кеше ғүмере тик бала саҡтан тора, артабанғыһы шуны хәтерләүгә бағышлана”, - тигән бит.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3