Онотолмаҫ йылдар
26 января 2013 йыл | Йәмғиәт

Беҙ байҡау яһаған осорҙа Коммунистар партияһы ойоштороусы төп көс булды. Хужалыҡтарҙың партия ағзалары һәр саҡ алдынғы ҡарашлы, белемле, юғары ойоштороу һәләтенә эйә булған кешене үҙҙәренең партия комитеты секретары итеп һайлар ине. Партком секретары хужалыҡтағы бөтә эштәр барышы өсөн колхоз етәксеһе менән берҙәй яуаплы булды, ҡуйылған бурысты үтәү өҫтөндә берҙәй ныҡышмал эшләнеләр.

Ҡыш бабай бүләге
26 января 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

…Бәхти ҡарт әбейе төрткөләгәнгә уянып китте.
- Тор, бабай, ғүмерҙә булмағанды, төш етә яҙғансы йоҡлап ятмаҫ кеше, - тип һөйләнә ине Гөлъямал. Йоҡоһонан уянып та бөтмәгән Бәхти ҡарт ғәҙәтенсә йәһәт кенә тороп  кейенә башлағайны, "келт” итеп бөгәсә күргән төшө иҫенә төштө. Төшөндә әбейе уға пенсия аҡсаһын тоттороп май-шәм, шырпы алырға тип ебәргәйне. Ә ул Ғилман менән эсеп-иҫереп ҡайтты. "Төштә эскәнгә лә баш ауыртыр икән”, - тип уйлап ҡуйҙы Бәхти ҡарт.

Мәүлит - изге кис
26 января 2013 йыл | Йәмғиәт

Ислам диненең ҡиммәтле мөбәрәк кистәренең береһе  Мәүлит. Ғәрәпсә: тыуым заманы, тыуым урыны.

Һаулыҡ һәм спорт ун көнлөгө
26 января 2013 йыл | ---

Ҡышҡы каникулдар осоронда Һаулыҡ һәм спорт ун көнлөгө сиктәрендә төрлө саралар уҙғарылды. Уларҙы район спорт комитеты Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе менән берлектә үткәрҙе.

Умартасылар яңы миҙгелгә әҙерләнә
26 января 2013 йыл | Йәмғиәт

Арбаңды ҡыш, санаңды йәй әҙерлә, тигән кеүек, район умартасылары ла үҙ проблемаларын ҡыш хәл итеп ҡуйырға уҡтала. Яңыраҡ был тармаҡта шөғөл табыусылар үҙ конференцияһына йыйылғайны. Уның эшендә район Хакимиәте башлығы урынбаҫары – ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Флүр Ибраһимов, ра-йон Советы рәйесе – ветеринария станцияһы начальнигы Фаил Зәйнетдинов, төрлө ауылдарҙан умартасылар ҡатнашты.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4