Ҙурланығыҙ, рәхмәт!
30 января 2013 йыл | Матбуғат

Ҙурланығыҙ, рәхмәт!"Табын”ға яҙылыусылар араһында уйнатылған төп бүләк – саң һурҙырғыс – Йөҙимәндән К.Рәхмәтуллинға сыҡты.

Мәғлүмәт белдереүе
30 января 2013 йыл | Урындағы үҙидара

28 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының сираттағы дүртенсе ултырышы булып үтте. Унда район Хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров, район Хакимиәте башлығының урынбаҫарҙары, бүлек мөдирҙәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ойошмалар, учреждениелар, предприятиелар, хужалыҡтар етәкселәре ҡатнашты.

“Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы”на теләктәр:
30 января 2013 йыл | Мәғариф

Р.С.ИШМӨХӘМӘТОВА, район Советы секретары:
- Бик әһәмиәтле конкурс. Үҙем дә күп йылдар, мәғариф бүлегендә эшләгәндә ойоштороусы булараҡ ҡатнаштым. Башҡорт теле буйынса "Йыл уҡытыусыһы” конкурсы һуңғараҡ башланһа ла, уның даирәһе киңәйә бара. Республика бәйгеһенән лауреат булып ҡайтҡандар күп. Башҡа йылдарҙа ир-егет уҡытыусылар ҙа ҡатнаша ине, әлбиттә. Конкурсанттар йәш булһалар ҙа, күбеһе 2-3-әр бала тәрбиәләй икән. Афариндар, тип әйтер инем. Ә бәйгенең бәҫе тағы ла артыуын теләйем.

Белемлеләр, һәләтлеләр, алдынғы ҡарашлылар
30 января 2013 йыл | Мәғариф

Белемлеләр, һәләтлеләр, алдынғы ҡарашлылар24 ғинуарҙан 26-һына тиклем Красноусолдағы 3-сө мәктәптә "Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы – 2013” конкурсы үтте. Унда күңелендә теленә, иленә көслө һөйөү йөрөткән, йәш быуынға туған телдең нескәлектәрен төшөндөргән 7 уҡытыусы ҡатнашты.

Европа Союзын да СССР яҙмышы көтәме?
30 января 2013 йыл | Сәйәсәт

Үткән аҙнала Евросоюз һәм Бөйөк Британия мәсьәләһе тикшерелде. Дөрөҫөрәк итеп әйткәндә, Бөйөк Британия киләсәктә ике ҙур референдум уҙғарырға йыйына. Береһе уның Европа Союзынан сығыу булһа, икенсеһе Шотландияның Бөйөк Британиянан
айырылып сығыу мәсьәләһе ҡараласаҡ. Аныҡ дата әлегә билдәле түгел. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, ул 2016-2017 йылдарҙа булыуы ихтимал. Европа Союзының өс төп тотҡаһы – Германия, Франция һәм Бөйөк Британия илдәре етәкселәренең үҙ-ара осрашыуында Британия Премьер-министры Девид Кэмерон ошо хаҡта белдерҙе.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 20