Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
12 января 2013 йыл | Сәйәсәт

Районда
* Красноусол башҡорт гимназия-интернатында мәктәп уҡыусылары араһында фәнни-тикшеренеү эштәре бу-йынса конференция үтте.
Башҡортостанда
* Яңы йылдан Башҡор-тостанда 21 йәштән өлкән кешеләрҙең бөтәһе лә диспансер тикшереүе үтергә тейеш. Был сара ил буйынса уҙа. Профилактик тикшереүҙәр процедураһы өс йылға бер ҡабатлана. Иң тәү сиратта ул йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология, тын юлы-үпкә сирҙәрен, шәкәр диабетын асыҡлауға йүнәлтелә.
* Быйыл республика ауыл хужалығында селекция, мелиорация, шәкәр сөгөлдөрө комплексы, бәрәңге һәм йәшелсә, шулай уҡ рапс үҫтереү һәм эшкәртеүҙе яйға һалыу эштәренә ҙур иғтибар бүленәсәк.
* Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән 21 ғинуарҙан 21 февралгә тиклем рес-публикала юлһыҙ ерҙән йөрөгән мототранспортты файҙаланыу барышындағы тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса "Ҡаргиҙәр” исемле айлыҡ үткәрергә ҡарар ителде.

Шыршы ҡупшы кейенеп, беҙгә ҡунаҡҡа килде
05 января 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Шыршы ҡупшы кейенеп, беҙгә ҡунаҡҡа килде28 декабрҙә район мәҙәниәт һарайында уҙған Шыршы байрамына районыбыҙ мәктәптәренең уҡыу алдынғылары, төрлө фәндәр буйынса олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында еңеү яулаған, етем һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар һәм Табын ауылындағы приюттан – бөтәһе 100-ләгән бала йыйылғайны. Сарала район Хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров менән район мәғариф бүлеге начальнигы Ш.Н.Хәбибуллин ҡатнашты.

Изге Раштыуа көнө менән!
05 января 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Бөтә православие христиандарын оло, яҡты һәм матур байрамдарҙың береһе -
Христос Раштыуаһы – Ғайса пәйғәмбәр тыуған көн менән ихлас ҡотлайым!

Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
05 января 2013 йыл | Сәйәсәт

Районда
* Йылан йылының тәүге көндәрендә, йәғни 1-4 ғинуарҙа 8 сабый – 4 малай һәм шул тиклем ҡыҙ бала донъяға килгән.
* Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнеүсе йәш спортсыларҙы "Красноусол” балаларҙың спорт-туристик лагерының "Имәнкәй” майҙансығы ҡабул итте.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20