Ҡоштарҙың бар төрлөһө...
30 января 2013 йыл | Кәңәштәр

Ер йөҙөндә 8 500 төрлө ҡош иҫәпләнә.
Аҡҡошта - 25 мең самаһы, ҡыр өйрәгендә - 12 мең, һайраусы ҡоштарҙа 1,5-4 мең ҡаурый бар.
Иң оҙон ғүмерле ҡоштар - ҡоҙғондар. Ситлектә улар 70 йәшкә тиклем генә йәшәй, ә иректә ике тапҡырға оҙағыраҡ. Бөркөттәр 80 йыл ғүмер кисерә.
Дауыл ҡоштары - альбатростар өс саҡрым алыҫлыҡтан балыҡ еҫен һиҙә.
Иң бәләкәй ҡош - колибри. Уның ауырлығы -
ике грамм, ә йөрәге минутына мең тапҡыр тибә.

Йәшлегебеҙ үкенесле үтмәһен
30 января 2013 йыл | Хаттар

Йәшлек… Кеше ғүмеренең ҡабатланмаҫ мәле. Моңаймайынса, төрлө мәшәҡәттәргә лә бирешмәйенсә йәшәй торған ваҡыт бит ул. Шул уҡ ваҡытта йәшлегенең ҡәҙерен белмәгән ҡыҙҙар-егеттәр булыуы ла күңелде ҡыра. Йәштәр бер-береһендәге ниндәй сифаттарҙы үҙһенмәй икән?

Юл ҡағиҙәләре ҡәтғи үтәлһен
30 января 2013 йыл | ---

Юлдарҙа хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын иҫкәртеүгә ҡағылышлы ҡағиҙәләр һәм яуаплылыҡ ҡәтғиләнә бара. 2013 йыл башынан Федераль Закон нигеҙендә "Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында" РФ Кодексына үҙгәрештәр индерелде. Ғәмәлгә ингән был үҙгәрештәр хаҡында, шулай уҡ уҙған йылға йомғаҡ яһауын һорап ЮХХДИ начальнигы, полиция майоры Жәлил Әнүәр улы ҒӘЙНУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

Онотолмаҫ йылдар
26 января 2013 йыл | Йәмғиәт

Беҙ байҡау яһаған осорҙа Коммунистар партияһы ойоштороусы төп көс булды. Хужалыҡтарҙың партия ағзалары һәр саҡ алдынғы ҡарашлы, белемле, юғары ойоштороу һәләтенә эйә булған кешене үҙҙәренең партия комитеты секретары итеп һайлар ине. Партком секретары хужалыҡтағы бөтә эштәр барышы өсөн колхоз етәксеһе менән берҙәй яуаплы булды, ҡуйылған бурысты үтәү өҫтөндә берҙәй ныҡышмал эшләнеләр.

Ҡыш бабай бүләге
26 января 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

…Бәхти ҡарт әбейе төрткөләгәнгә уянып китте.
- Тор, бабай, ғүмерҙә булмағанды, төш етә яҙғансы йоҡлап ятмаҫ кеше, - тип һөйләнә ине Гөлъямал. Йоҡоһонан уянып та бөтмәгән Бәхти ҡарт ғәҙәтенсә йәһәт кенә тороп  кейенә башлағайны, "келт” итеп бөгәсә күргән төшө иҫенә төштө. Төшөндә әбейе уға пенсия аҡсаһын тоттороп май-шәм, шырпы алырға тип ебәргәйне. Ә ул Ғилман менән эсеп-иҫереп ҡайтты. "Төштә эскәнгә лә баш ауыртыр икән”, - тип уйлап ҡуйҙы Бәхти ҡарт.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 20