Күңел йылыһы
26 января 2013 йыл | Хаттар

Кешегә иң ғәзизе - әсәй, иң ҡәҙерлеһе - тыуған тупраҡ, иң татлыһы – тәү эскән һыуың, иң йылыһы – һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме – тыуған өйөң, иң йәмлеһе – тыуған тәбиғәтең, иң ышаныслыһы – атаңдың арҡа һөйәге, етәкләр йылы ҡулдары. Шуғалыр ҙа кешене ғүмер буйы тәү тәпәй баҫҡан нигеҙе, һулаған һауаһы, аунап үҫкән ере, балалыҡ дуҫтары үҙенә тарталыр. Тамыры булған ағас ҡына аумай, ата-әсә наҙын татығандар ғына бәхетле, ғаилә йылыһын күңелдәренә һеңдергән балалар ғына татыу була.

Бәхет сере – татыулыҡта, эшһөйәрлектә
26 января 2013 йыл | Йәмғиәт

Ауылығыҙҙағы берәй өлгөлө йәш ғаилә тураһында мәҡәлә әҙерләһәк ине тигәс, Сәйетбаба ауыл хакимиәте вәкилдәре һис икеләнеүһеҙ Яхиндар ғаиләһенә туҡталды. Ғаилә башлығы Айрат ҡул эштәре оҫтаһы ла, тинеләр.

Ғаилә именлеге һәм бәхете үҙебеҙҙән тора
26 января 2013 йыл | Йәмғиәт

Район мәҙәниәт һарайында үткән был йыйылыш республикабыҙҙа иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына йомғаҡ рәүешендә үтте. Унда гимназия уҡытыусылары, тәрбиәселәр, ата-әсәләрҙән  тыш, уҡыусылар ҙа, саҡырылған ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты.

“Һаҡаллы” төҙөлөштәрҙе нимә көтә
26 января 2013 йыл | Урындағы үҙидара

17 ғинуарҙа республиканың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Лилиә Марс ҡыҙы Мәжитова эш сәфәре менән беҙҙең районда булып китте. Башта ул төрлө һорауҙар менән килеүсе граждандарҙы ҡабул итте, һуңынан районыбыҙҙың ҡайһы бер предприятиеларында булып, ундағы эш шарттары һәм эшмәкәрлек менән танышты. Йәмәғәт ҡабул итеүе ра-йон Хакимиәтендә Хакимиәт башлығы урынбаҫары Руслан Салауатов менән берлектә үтте.

Альберт Мифтахов: “Беренсе сиратта беҙ – яҡташтар”
26 января 2013 йыл | Йәмғиәт

Үткән йыл аҙағында республикала ғәҙәти булмаған "Яҡташтар” проекты старт алды. Уның төп маҡсаты – бөгөнгө көндөң ысын геройҙарын, әйләнә-тирәләгеләр ихтирамын һәм ышанысын яулаған кешеләрҙе асыҡлау. Проект авторҙарының береһе, "Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт МИФТАХОВ был эштең барышы хаҡында һөйләй.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 20