Мажараларға бай, күңелле осор
23 января 2013 йыл | Хаттар

Студент йылдары – кешенең романтика менән һуғарылған ҡабатланмаҫ йәшлек осоро ғына түгел, ә үҙ аллы тормош һабаҡтары туплау мәле. Студент саҡ һәр кемдең хәтерендә сағыу төҫтәр булып уйылып ҡала. Күптәр ошо ҡабатланмаҫ осорҙо ҙур һағыш менән иҫкә ала. Ә бөгөнгө студенттар үҙҙәре был турала нимә уйлай икән? Һүҙ – дуҫтарыма.

Ғибәҙәт
23 января 2013 йыл | Хаттар

Аллаһы Тәғәлә беҙҙе яралтҡас һәр беребеҙгә йәшәйеш маҡсаты биргән. Был донъяға ни өсөн яралтылыуыбыҙ, ни рәүешле йәшәүебеҙ хаҡында уйланғаныбыҙ бармы икән һуң? Күбебеҙ йәшәү маҡсатын дөрөҫ билдәләмәй, ғүмер асылын дөрөҫ аңламай йәки был турала белергә лә теләмәй.

Аҡ ҡарҙағы аҡ эҙҙәр
23 января 2013 йыл | Хаттар

Иртә менән яңы яуған ап-аҡ ҡарға тәүге эҙҙәр һалып Ҡотлоғужанан Игенйылға ауылына табан етеҙ хәрәкәтле, һомғол буйлы бер ҡатын үҙ эшенә ашыға. Уны ҡышҡы  ыжғыр бурандар ҙа, сатлама һыуыҡтар ҙа туҡтата алмай. Бөгөн ул айырыуса ҙур ҡәнәғәтлек менән үҙ юлын дауам итә. Сөнки, быйылғы Яңы йылды Рәйфә Миңнеғәле ҡыҙы Рамазанова күркәм юбилейы менән ҡаршыланы.

Ҡәләмдәштәр сафы артһын
23 января 2013 йыл | Хаттар

Йыл һуҙымында редакцияға гәзит уҡыусыларҙан 847 хат килде. Уларҙың 33-ө төрлө сәбәптәр арҡаһында архивҡа һалынды. Килгән хаттарҙың 5-ен шаңдау, 11-ен теге йәки был етешһеҙлеккә дәғүә белдереп, йә ниндәйҙер сара күрелеүен талап иткән ялыу-үтенестәр тәшкил итте. 2012 йылда барлығы 5015 ҡотлау-иғлан баҫылып сыҡты.

Тәбиғәте лә уның бер шифа
23 января 2013 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Республика Красноусол балалар шифаханаһы эшләй башлауға ярты быуаттан ашыу ғүмер үткән. Ошо арауыҡта йыл әйләнәһенә унда балалар тауышы тынмай. Шифаханала ай һайын – 390, йыл әйләнәһенә 4 меңдән ашыу бала сәләмәтлеген нығыта. Дауаланырға республиканың төрлө район-ҡалаларынан, күрше өлкә, республикаларҙан да киләләр. Бөгөн шифаханала яңы етәксе - Әмирйән Суфиян улы Сәфәрғолов. Баш табиптың дауалау буйынса урынбаҫары - Тәлғәт Минихаҡ улы Шаһманов, баш шәфҡәт туташы - Гөлназ Әфғәт ҡыҙы Барменкова.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 20