Еҙем буйында барҙыр бер ауыл
06 февраля 2013 йыл | Йәмғиәт

Еҙем буйында барҙыр бер ауыл Ибраһим
(ауыл тарихынан)

1795 йылда Ибраһим ауылында 40 йортта 242 кеше йәшәгән. Йәнә 21 йылдан һуң ауылда 48 йорт иҫәпләнгән. 1920 йылда Оло Ибраһимда (Аллағыуат) 104 йортта 410 кеше, йәнәш барлыҡҡа килгән Бәләкәй Ибраһимда 17 йортта 67 кеше йәшәгән. Ауылға нигеҙ һалыусының оло улы Айытҡол Ибраһимовтың (1748-1814 йй.) улдары Әбделхәмит, Алтынсура. Уртансы улы Әбйәлил Ибраһимовтың (1756 й.) улы Яҡуп, ейәндәре Мөхәмәтдин, Мөхәмәтъямал, Мөхәмәтәмин. Кесеһе Хисаметдин (1760 йылғы). Уның улдары Ирназар, Ишназар, Искәндәр, Ҡайсар, Йәғәфәр, Бәхтиәр. Ауылдан Әбделфәйез Йәрмөхәмәтов, Әбделмөхәмәт Мөьминов, Мәмбәт Алишев, Зыянғол Бурашев 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Әбделмән Мортазин был һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике көмөш миҙал менән бүләкләнгән. XIX быуаттың 30 йылдарында 64 йортта йәшәгән 337 кеше, 450 ат, 318 һыйыр, 42 һарыҡ, 84 кәзә аҫраған. Бер нисә ғаилә ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән. Һәр кешегә ике бот самаһынан иген сәселгән.

Афарин, Зөлфиә!
06 февраля 2013 йыл | Мәғариф

Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Зөлфиә Баймөхәмәтова (уҡытыусыһы – И.Р.Солтанморатова) рус теле буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында ҡатнашып, призлы урын яуланы.

Туризмды үҫтерәйек!
06 февраля 2013 йыл | Хаттар

Бейеүсе үрҙәр яулай
06 февраля 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бейеүсе үрҙәр яулай31 ғинуарҙан 3 февралгә тиклем Өфөлә Когресс-холда "Талант ҡанаттарында” тип исемләнгән Халыҡ-ара конкурс-фестиваль үтте. Унда республикабыҙ, күрше төбәк-өлкәләрҙән яңғыҙ бейеүселәр һәм бейеү ансамблдәре, барлығы меңдән ашыу көслө бейеүселәр ҡатнашты.

Һайлаусы мәнфәғәте – иң мөһиме
06 февраля 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Һайлаусы мәнфәғәте – иң мөһимеХөрмәтле депутаттар һәм саҡырылған ҡунаҡтар!
Йыл башында, район Хакимиәте башлығы отчеты менән бер үк ваҡытта Советтың эшмәкәрлек йомғаҡтары тураһында доклад  яһау беҙҙең матур йолаға әйләнде. Һис шикһеҙ, бындай отчеттар райондың һәр кешеһенә урындағы властың вәкәләтле һәм башҡарма органдарының маҡсаттары берҙәм икәнен күрһәтә, район өсөн мөһим ҡарарҙарҙы ҡабул итеү механизмдарын асып һала. Властың һәр кем өсөн асыҡ булыуына йүнәлеш артабан да дауам ителер, тип ышанам.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2