“Яратам һине, тормош!” фестивале тураһында
16 февраля 2013 йыл | Йәмғиәт

“Яратам һине, тормош!” фестивале тураһындаМуниципаль район Хакимиәте өлкән  йәштәге кешеләр араһында "Яратам һине, тормош!” тип аталған ижади фестиваль үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Эштән ял тапты йөрәк
16 февраля 2013 йыл | Йәмғиәт

Эштән ял тапты йөрәкҠышҡы ҡыҫҡа көндөң ашыға-ашыға кискә ауышҡан сағы. Ауыл кешеһе, ғәҙәттә, ошо мәлдә ихаталағы ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрен теүәлләй, мал-тыуарын тәрбиәләй. Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Хәмиҙә әбей Атанғолова ла, беҙ килгәндә ҡуралағы мал-тыуарын ҡараштырып, өйөнә кереп кенә тора ине. Ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәре Зилә Иғзаҡова, гәзиткә яҙҙырырға килдек тигәс, бәй, мин ауылда гәзиткә иң беренселәрҙән булып яҙылам да инде, тип аптырап китте әбейебеҙ. Ниәтебеҙҙе аңлатҡас та, эшләгән кешеләрҙе яҙырға кәрәк, тип бер килке ризалашмайыраҡ торҙо.

Бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр
16 февраля 2013 йыл | Йәмғиәт

Бәхетле ҡартлыҡ кисерәләрИбраһим ауылының абруйлы аҡһаҡалы Зәйнетдин Ғәбдрәхим улы Килмөхәмәтовты үҙ ауылында ғына түгел, күрше ауылдар халҡы ла яҡшы белә һәм уны ихтирам-хөрмәт итә. Изге күңелле, кешелекле һәм кеселекле кеше ул.

Афғансыларҙы иҫкә алдылар
16 февраля 2013 йыл | Йәмғиәт

15 февралдә Афғанстан еренән совет һалдаттарын сығарыуға 24 йыл тулды. Хәҙер был көн локаль хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә. Ошо көндө афғансылар бергә йыйылып, был иҫтәлекле көндө билдәләп үтте.

Хәйҙәр ВӘЛИЕВ: "Беҙҙе бик ҡыҙыу осор көтә"
16 февраля 2013 йыл | Сәйәсәт

Хәйҙәр ВӘЛИЕВ: "Беҙҙе бик ҡыҙыу осор көтә"Башҡортостан яңы тауыш биреү кампанияһын башлау алдында тора. Республика парламентарийҙары нисек һайланыр, һайлау тураһындағы ҡануниәткә ниндәй үҙгәрештәр индерелде, киләсәктә һайлау бюллетене ниндәй буласаҡ, яңы төҙөлгән партиялар берәй төрлө ауырлыҡ кисерерме - Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр ВӘЛИЕВ ошо һәм башҡа мәсьәләләр тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлаша.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3