Алдан яҙылыу 31 мартҡа тиклем бара
13 февраля 2013 йыл | Матбуғат

Февраль-мартта матбуғат баҫмаларына алдан яҙылыу бара. Тап ошо ваҡытта яратҡан гәзит-журналдарығыҙға үткән ярты йыллыҡтағы хаҡ менән яҙылып ҡуя алаһығыҙ. "Табын”ға 2013 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу, мәҫәлән,  354 һум 66 тин, ә пенсионерҙар өсөн 316 һум 88 тин тора. Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ!

Ауылға керә алмайбыҙ
13 февраля 2013 йыл | Шылтырат!

Березовка ауылы оло юл бу-йында урынлашһа ла, етәкселектең иғтибарынан ситтә ҡала.

Фәһемле осрашыуҙың файҙаһы тейһен
13 февраля 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Ауыл биләмәләре башлыҡтарының былтыр башҡарған эштәре буйынса халыҡ алдында отчет тотоу графигын гәзитебеҙҙә баҫып сығарғайныҡ инде.  Ошо графикка ярашлы, 5 февралдә Үтәк ауыл советы депутаттарының киңәйтелгән асыҡ ултырышы булып үтте. Асыҡ ултырышта район Хакимиәте башлығы Рәмил Бохарав, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Флүр Ибраһимов, район Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова, район Хакимиәте башлығы урынбаҫары – финанс идаралығы начальнигы Рәмзиә Шаймарҙанова, мәғариф бүлеге  начальнигы Шамил Хәбибуллин, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы Рамаҙан Мөхәмәтшин, Пенсия фонды идаралығы начальнигы Фәнил Вахитов, үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Гүзәл Ноғоманова, ауыл Советы депутаттары, ауыл халҡы ҡатнашты.

Рухиәтебеҙ асылына тап килә
13 февраля 2013 йыл | Йәмғиәт

Рухиәтебеҙ асылына тап киләБылтыр ноябрь айында "Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе Башҡортостанда "Яҡташтар” проектын тәҡдим иткәйне. Ошо арауыҡта гәзит биттәрендә байтаҡ ҡына мәҡәләләр донъя күрҙе. Яңы проект халыҡ хәтерендә кемдәр йәшәүен, бөгөнгө быуын кем менән ғорурланыуын күрһәтте. "Яҡташтар” проекты беҙҙең тормошобоҙға ниндәй йоғонто яһаны, беҙгә берҙәмерәк йәмғиәт булып ойошорға, тупланырға ярҙам иттеме? Проекттың әһәмиәте нимәлә? Ошо һорауҙарға яуап табыу маҡсатында бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Йәйге ялға ғаризалар ҡабул ителә
13 февраля 2013 йыл | Йәмғиәт

Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге әҙ тәьмин ителгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙәге балаларҙы йәйге һауыҡтырыу ялына ебәреүгә ғаризалар ҡабул итә.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 15