Лампочка өләшһәң яраймы?
30 марта 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Беҙ шул тиклем матур осорҙа йәшәйбеҙ. Хәҙер йәнең нимә теләй, шуны һатып алырға була: тауарҙы урам буйлап та һатып йөрөйҙәр, өйгә лә килтереп бирәләр. Магазиндарҙың да ниндәйе генә юҡ. Ә бит шундай ваҡыттар ҙа булды, көнкүрештә иң кәрәк әйберҙәр йә прилавка аҫтынан таныш-белешкә генә һатыла, йә бөтөнләй күпмелер ваҡытҡа юғала торғайны.

Шәп ир
30 марта 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Телевизор ҡарап, ялҡып
Ятҡан ине һуҙылып,
Бығаса түҙгән ҡатыны
Китте шул саҡ туҙынып:

Полиция хәбәр итә
30 марта 2013 йыл | Хоҡуҡ

(14-23 март)
Берәү – тауыҡ, икенсеһе – ботинка һәм аҙыҡ-түлеккә "айыу майы һөрткән”
14 мартта Ф.-ның хужалығынан 4 тауығын, 23 мартта М.-ның өйөнә инеп ирҙәр ботинкаһын һәм аҙыҡ-түлеген урлап алып сыҡҡандар. Уғрыларҙың тәүгеһе Н., икенсеһе Т. булыуы билдәле була. Был факттар буйынса енәйәт эше асыла.

Социаль картаны нисек алырға?
30 марта 2013 йыл | Йәмғиәт

Хөрмәтле Башҡортостан халҡы – Берҙәм социаль юл йөрөү билеттарынан файҙаланыусылар!
2012 йылдың 1 ноябренән "Башавтотранс”тың социаль юл йөрөү билеттарынан Башҡортостандың Социаль картаһына күстек. Хәҙер ҡала һәм ҡала-ара юлдарҙа йәмәғәт транспортында льготалы йөрөү өсөн Башҡортостандың Социаль картаһын күрһәтергә кәрәк.
Башҡортостандың Социаль картаһын алыу өсөн республика граждандарына түбәндәге аҙымдарҙы үтергә кәрәк:

Хыял ҡанаттары һынмаһын
30 марта 2013 йыл | ---

Хыял ҡанаттары һынмаһын 1987 йыл, йәй. Баш ҡалабыҙ Өфөлә инде бер нисә йыл гөрләп-шаулап "Тальян гармун” республика фольклор байрамы үтә. Ошо осорҙа Ғафуриҙың үҙешмәкәр сәнғәте ҙур һынылыш кисереп, бынамын тигән күп кенә коллективтар байрамдың күркенә әйләнде. Үҙешмәкәрҙәр араһында иһә байтаҡ ҡына "йондоҙ”ҙар үҫеп сыҡты. Шуларҙың береһе – Үзбәк ауыл мәҙәниәт йорто директоры булып эшләп йөрөгән Юнир Ғәйнуллин. Бер юлы ра-йон һәм Үзбәк ауыл мәҙәниәт йортоноң бейеү ансамблдәре составында бейергә, етмәһә, һәр саҡ солист партияларын башҡарырға ла, илленән ашыу кешене берләштергән гармунсылар ансамбле менән сығыш яһарға ла, үҙе етәкләгән мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәрен ҡурсалап йөрөтөргә лә өлгөргән Юниребеҙ бер килке "спектакль уйнарға” әүәҫләнеп алды. Сығыштарға әҙерләнгән арала бергә бейегән берәй ҡыҙҙы янына ултырта ла, уға ҡарап персонажының һүҙҙәрен һөйләй, диалогҡа еткәс: "хәҙер һин шулай тип әйт”, тип өйрәтеп ала.
"Репетициялар” сере көҙгә асылды. Юнир Өфө сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә уҡырға ингән икән.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 19