Битарафлыҡ
09 марта 2013 йыл | Йәмғиәт

- Нимәгә зарланаһығыҙ?
- Минең балам иламай!
Доктор быға аптырамай. "Барыһы ла миңә илаған балаһын алып килә, һеҙ ниңә килдегеҙ?” – тип тә әйтмәй. Сөнки ул ауыртыуҙы тоймау, шуға илай ҙа алмау баланың илаҡ булыуына ҡарағанда күпкә хәүефлерәк икәнен яҡшы белә. Тиҫтәләгән анализ, тикшереү үткәргәндән һуң табип күңелһеҙ хәбәр еткерә: "Нәҫелдән килеүсе 5-се типтағы мотор-сенсорлы нейропатия”.

Наркоенәйәтселеккә ҡаршы торор ҡеүәтле структура
09 марта 2013 йыл | Хоҡуҡ

РФ Президентының 2003 йылдың 11 мартындағы "Дәүләт идаралығын камиллаштырыу мәсьәләләре” тураһындағы Указына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының бөтөн субъекттарында наркоконтролдең территориаль органдары барлыҡҡа килде.

Эше менән маҡтаулы
09 марта 2013 йыл | Хаттар

Үҙе тураһында бик һөйләмәй, көндәлек эшен еренә еткереп, намыҫ менән башҡарған кешеләргә һоҡланып туя алмайым. Ҡормантау мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Ғиззәтуллина ла шундайҙарҙан. 1989 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт пединститутын тамамлап килгәйне ул ауылға һәм әлеге көнгә тиклем ошонда уҡыта.

Онотолмаҫ йылдар
09 марта 2013 йыл | Йәмғиәт

Район етәкселәре
60-сы йылдарға тиклем районға ситтән ебәрелгән
I секретарҙар етәкселек итте. Ауыр йылдарҙа улар ҙа 2-3 йылдан артыҡ эшләй алманы. Ниһайәт, 1959 йылда район партия комитетының беренсе секретары итеп М.Ғафури исемендәге колхозда рәйес булып эшләп йөрөгән Әсҡәт Шәмсетдинов һайлана. Был ваҡытҡа ауыл хужалығы тармағы тернәкләнеп, аяҡҡа баҫа башлағайны инде. Колхозсылар эш хаҡын аҡсалата алды, ауылдар төҙөкләндерелде, хужалыҡтарҙа малсылыҡ ҡуралары төҙөлдө, малдар һаны артты. Икенсе төрлө  әйткәндә, район тормошо әкренләп яйға һалынғайны. Әйткәндәй, 60-сы йылдар башында район халҡы 68 меңгә еткәйне.

“Ҡарлуғас”та ҡунаҡта
09 марта 2013 йыл | Хаттар

Ибраһим ауылы "Ҡарлуғас” балалар баҡсаһында Ватанды һаҡлаусылар көнө хөрмәтенә арналған атайҙар байрамы үтте.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4