“Салауат Юлаев” плей-оффта
13 марта 2013 йыл | Спорт
Континенталь хоккей лигаһында Гагарин кубогы өсөн көрәш дауам итә.
Өфөнөң "Салауат Юлаев” хоккей командаһы плей-оффтың тәүге әйләнешендә
Магнитогорскийҙың "Металлург” командаһын хәл иткес етенсе уйын-да 2:0
иҫәбенә еңеп, икенсе әйләнештә Ҡазандың "Аҡ барс”ына ҡаршы сыҡты. Тәүге
ике уйын Ҡазанда үтеп, унда яҡташтарыбыҙ 3:2, 2:0 иҫәбенә еңеп, дөйөм
иҫәпте 2:0-гә еткерҙе. Киләһе әйләнешкә сығыр өсөн тағы ла ике еңеү
кәрәк. Кисә кис командалар йәнә осрашты.
Экология – дөйөм халыҡ хәстәрлеге
13 марта 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Рәсәйҙә һәм республикала иғлан ителгән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына ярашлы, район Хакимиәте "Муниципаль Ғафури районында Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылын уҙғарыу тураһында” ҡарар ҡабул итте. Саралар планы эшләнде. Уны тормошҡа ашырыу йәһәтенән ойоштороу комиссияһы булдырылды. Уның рәйесе итеп район Хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Флүр Фәрит улы Ибраһимов раҫланды. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә ра-йонда ниндәй саралар ҡаралған, нимәләр эшләнәсәк? Флүр Фәрит улы менән сираттағы әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
Участкаларҙың кадастр хаҡы раҫланды
13 марта 2013 йыл | Урындағы үҙидара
"Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 2012 йылдың 29 декабрендәге 497-се
ҡарары менән Башҡортостан Республикаһының Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат
ҡалаларынан башҡа торлаҡ пункттары ерҙәренең дәүләт баһаһы (ер
участкаларының кадастр хаҡы) һөҙөмтәләрен раҫланы (Ҡарар Башҡортостан
Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында:
www.npa.bashkortostan.ru 2013 йылдың 25 ғинуарында урынлаштырылған,
рәсми баҫылып сығыу номеры: 201301250001).
“Иғтибар, тимер юл аша сығыу урыны!”
13 марта 2013 йыл | Хоҡуҡ
Тимер юл аша сығыу урындары ҙур хәүеф тыуҙырған объект булып тора. Бында
юл-транспорт ваҡиғалары эҙемтәләре башҡа автомобиль юлдары
участкаларындағыға ҡарағанда ауырыраҡ булыуы билдәле.
Хәүефһеҙ бала саҡ юлы
13 марта 2013 йыл | Мәғариф
