Һәр һөнәргә маһир ҡыҙҙарыбыҙ
16 марта 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Һәр һөнәргә маһир ҡыҙҙарыбыҙ7 мартта район мәҙәниәт һарайында "Эшсе ҡатын-ҡыҙ – 2013” район конкурсы үтте. Унда районыбыҙҙың төрлө предприятие-ойошмаларында эшләүсе 7 гүзәл зат ҡатнашты.

Хеҙмәттәре – халыҡ өсөн
16 марта 2013 йыл | Йәмғиәт

Хеҙмәттәре – халыҡ өсөнҺәр йыл март айының өсөнсө йәкшәмбеһендә сауҙа, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.

Данлы тарихы бар
16 марта 2013 йыл | ---

Данлы тарихы бар19 мартта илебеҙ һыу аҫты диңгеҙселәре көнөн билдәләй. Был байрам 1906 йылдың 19 мартынан  башлап, йәғни һыу аҫты кәмәләре хәрби караптарҙан айырылып, үҙаллы хәрби берәмек булып иҫәпләнә башлағандан бирле билдәләнә. Ә бына һыу аҫты кәмәләрен практик һынап ҡарау Тымыҡ океан флотында уҙғарыла һәм ошонда уҡ тәүге субмарина бригадаһы формалаштырыла. Балтик заводында төҙөлгән "Дельфин” тибындағы кәмәләр тимер юлы буйлап Владивосток ҡалаһына күсерелә. Ошо ваҡиғанан һуң Рәсәй һыу аҫты диңгеҙселәренең данлы тарихы башлана ла инде.

Рәсәй Оборона министрлығы уҡыу йорттары йәнә үҙ ишектәрен асты!
16 марта 2013 йыл | Йәмғиәт

БР хәрби комиссариатының Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса бүлегендә Рәсәй Федерацияһының Оборона, Эске эштәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтарының хәрби уҡыу йорттарына йүнәлтеү өсөн кандидаттарҙы алдан һайлап алыу башланды. Юғары профессиональ белем биреү программаһы бу-йынса уҡыуға кандидаттар хәрби хеҙмәт үткәндәр һәм үтмәгәндәр араһынан, ә урта профессиональ белем биреү программаһы буйынса хәрби хеҙмәт үткән РФ граждандары иҫәбенән һайлап алына.

Контракт буйынса хәрби хеҙмәт
16 марта 2013 йыл | Йәмғиәт

БР Хәрби комиссариатының Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса бүлеге запастағы граждандарҙы Үҙәк хәрби округы берләшмәләре һәм хәрби частарына (Һамар өлкәһе, Рощинский ҡасабаһы, Ульяновск өлкәһе, Ульяновск ҡалаһы – Хәрби-десант ғәскәрҙәре) контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыя.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3