Хәлиҙә хәбәрҙәре
23 марта 2013 йыл | Хаттар

* Үткән йәйҙең ҡоро килеүе сәбәпле, малдарҙы ҡышлатыу уңғандар өсөн сираттағы һынау булһа, ялҡауҙарға аҡтыҡ малдарынан да ҡотолорға һылтау ғына булды.

Сәхнә солтаны Әнүәр
23 марта 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сәхнә солтаны ӘнүәрЕрҙәге бар матурлыҡ – ҡояштан, тормоштағы бар гүзәллек – кешенән, тип яҙып ҡалдырған рус яҙыусыһы Михаил Пришвин. Ысынлап та, әҙәм балаһының был яҡты донъяға яҡтылыҡ һәм матурлыҡ өләшеү өсөн генә яратылыуы бәхәсһеҙ. Бөгөнгө һүҙем тамашасыларға яҡшы кәйеф бүләк итеүсе сәхнә ветераны, һәүәҫкәр театр артисы, уҡытыусы Әнүәр Әсҡәт улы Ғәзизов тураһында.

Көнгә ҡарап юлға сыҡ
23 марта 2013 йыл | Йәмғиәт

Тәбиғәттә насар һауа шарттары юҡ, тип йырҙа йырланғанса, кеше тәбиғәт күренештәренә яраҡлашып йәшәргә тырыша. Бының өсөн тирә-яҡ мөхиттә барған үҙгәрештәрҙе дөрөҫ баһалап, килер афәттәрҙе күҙаллап, уларҙың зыянын мөмкин тиклем кәметеү саралары күрелә. Тап шуның менән шөғөлләнә лә инде метеорология хеҙмәте.

Шырпы уйынсыҡ түгел
23 марта 2013 йыл | Хоҡуҡ

Ғаиләлә балаға ут менән уйнарға ярамағанын өйрәтеү газды тоҡандырма, шырпы тотма тигән ябай ғына тыйыуҙарҙан тора. Әммә тыйылған емеш һәр ваҡыт татлы: балалар яңы мауығыуҙар эҙләп кенә тора, шырпы һәм ут сығара торған әйберҙәр менән шаяралар. Йыш ҡына бындай уйын фажиғә менән тамамлана.

Дөрөҫ һаҡларға кәрәк
23 марта 2013 йыл | Хоҡуҡ

Республикала үҙ-үҙеңде һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән атыу ҡоралдарын юғалтыу осраҡтары йышайҙы. Мәҫәлән, 2012 йылда шундай 61 берәмек ҡорал юғалтылһа, шуларҙың 44-е – газ ҡоралы.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3