Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
30 марта 2013 йыл | Сәйәсәт

Районда
* Красноусолдағы 1-се мәктәптең 11-се класс уҡыусыһы Александр Опарин Өфөлә һыҙма буйынса үткән республика олимпиадаһында призлы урын яуланы.

Шиғриәткә һөйөү уятыусы бәйге
27 марта 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

1999 йылдан башлап 21 март Бөтә донъя шиғриәт көнө булараҡ билдәләнә. Һәр бер иҫтәлекле датаны билдәләп барған, төрлө саралар ойошторған Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре шиғриәт көнөнә лә етди әҙерләнде. Красноусол мәктәптәре уҡыусылары араһында шиғыр һөйләүселәр конкурсы уҙғарҙы улар. Уҡыусылар башҡорт, татар шағирҙарының тәбиғәт, тирә-яҡ мөхит темаһына арналған шиғырҙарын ятлаған.

Рөстәм ХӘМИТОВ: “Ата-бабалар ҡаҙанышын һаҡларға бурыслыбыҙ”
27 марта 2013 йыл | Йәмғиәт

Рөстәм ХӘМИТОВ: “Ата-бабалар ҡаҙанышын һаҡларға бурыслыбыҙ”        Дәүләтселегебеҙҙең нигеҙ ташы һалынған тарихи ваҡиғаға - Башҡорт Совет автономияһы төҙөлөүгә 94 йыл тулды. Оло әһәмиәткә эйә булған ошо иҫтәлекле көн алдынан Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимовҡа интервью бирҙе. Күҙгә-күҙ ҡарашып, башҡортса асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙә республиканың ижтимағи-сәйәси хәле, төбәктең яңы шарттарҙа социаль-иҡтисади үҫеше, шулай уҡ экология, рухиәт һәм спорт өлкәләрендәге көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һүҙ барҙы.

Асыҡ тыңлау үтте
27 марта 2013 йыл | Урындағы үҙидара

2013 йылдың 25 мартында 11.00 сәғәттә Ғафури ра-йоны муниципаль район Хакимиәте бинаһында, адресы: Башҡортостан Республикаһы, Ғафури районы, Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2-се йорт, Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының түбәндәге мәсьәләләр хаҡында ҡарар проекттары буйынса асыҡ тыңлау булды:

“Халыҡтың әүҙемлеге оҡшаны”
27 марта 2013 йыл | Йәмғиәт

“Халыҡтың әүҙемлеге оҡшаны”22 мартта район Хакимиәте бинаһында Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары - БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Азамат улы Тажетдинов йәмәғәт ҡабул итеүе уҙғарҙы. Ҡабул итеүҙә район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары Руслан Йәғәфәр улы Салауатов ҡатнашты. Үҙҙәрен борсоған төрлө һорауҙар менән килгән 20 кешене ҡабул итте Хөкүмәт Аппараты етәксеһе.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 19