Көнгә ҡарап юлға сыҡ
23 марта 2013 йыл | Йәмғиәт

Тәбиғәттә насар һауа шарттары юҡ, тип йырҙа йырланғанса, кеше тәбиғәт күренештәренә яраҡлашып йәшәргә тырыша. Бының өсөн тирә-яҡ мөхиттә барған үҙгәрештәрҙе дөрөҫ баһалап, килер афәттәрҙе күҙаллап, уларҙың зыянын мөмкин тиклем кәметеү саралары күрелә. Тап шуның менән шөғөлләнә лә инде метеорология хеҙмәте.

Шырпы уйынсыҡ түгел
23 марта 2013 йыл | Хоҡуҡ

Ғаиләлә балаға ут менән уйнарға ярамағанын өйрәтеү газды тоҡандырма, шырпы тотма тигән ябай ғына тыйыуҙарҙан тора. Әммә тыйылған емеш һәр ваҡыт татлы: балалар яңы мауығыуҙар эҙләп кенә тора, шырпы һәм ут сығара торған әйберҙәр менән шаяралар. Йыш ҡына бындай уйын фажиғә менән тамамлана.

Дөрөҫ һаҡларға кәрәк
23 марта 2013 йыл | Хоҡуҡ

Республикала үҙ-үҙеңде һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән атыу ҡоралдарын юғалтыу осраҡтары йышайҙы. Мәҫәлән, 2012 йылда шундай 61 берәмек ҡорал юғалтылһа, шуларҙың 44-е – газ ҡоралы.

Онотолмаҫ йылдар
23 марта 2013 йыл | Йәмғиәт

1970 йылда район Советы рәйесе итеп 6 йыл Федоровка районында ошо вазифала эшләп бай тәжрибә туплаған Мәжит Латипов тәғәйенләнә. "Егән” колхозы рәйесе булараҡ, миңә Мәжит Закир улы менән йыш аралашырға тура килде. Ул яҡшы кәңәшсе, уҡытыусы, талапсан етәксе булды. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе һис кисекмәҫтән хәл итергә тырыша торғайны. Шуға ла уны етәкселәр ҙә, район халҡы ла бик ихтирам итте.
Мәжит Закир улы район Советы рәйесе булып 12 йыл, йәғни 1982 йылда хаҡлы ялға киткәнсе эшләне. Уны партия район комитетында икенсе секретарь булып эшләгән Лев Павлович Князев алмаштырҙы. Район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарған Барый Кинйәғолов район Советы рәйесе урынбаҫары итеп күсерелде.

Туғандар
23 марта 2013 йыл | Йәмғиәт

Эйе, тормош юлын үткәндә һәр кем төрлө һынауҙарға дусар була. Әммә яҙмыш әҙерләгән ауырлыҡты һәр кем үҙенсә үткәрә. Берәүҙәр бәләкәй генә проблемаһын да халыҡҡа еткерә, яҙмышына зарланыуҙан бушамай. Икенселәр һикәлтәләрҙә абынмаҫҡа, донъя ауырлығына бирешмәҫкә тырышып йәшәй. Ниндәй генә ҡатмарлы хәлдәргә тарыһа ла сабыр, түҙемле булып ҡала. Һағыштарҙан, ауыр тойғоларҙан үҙәге өҙөлгәндә лә осраған берәүгә яндырып барған эс серҙәрен һөйләп йөрөмәй. Үрҙәге шиғырҙа әйтелгәнсә, наҙлы елдәргә генә сисә йөрәк серен.  Шул уҡ автор яҙғанса: "Ә елдәргә хәбәр һөйләү ул һис тә ғәйбәт түгел”.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 19