Беренсе һанлы үлтереүсе
23 марта 2013 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Туберкулез – туберкулез микробактерияларынан таралыусы йоғошло ауырыу. Уны икенсе төрлө, сирҙе асыҡлаған ғалим исеме менән, "Кох таяҡсалары” тип тә йөрөтәләр. Донъяла йыл һайын ошо ауырыу эләктергән 10 миллионға тиклем кеше теркәлә, туберкулез сирле 4-5 миллион кеше үлә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттары күҙаллауынса, 2020 йылға донъяла сирләүселәрҙең тағы 200 миллион осрағы барлыҡҡа киләсәк.

Талапсан етәксе лә, ғалим да
23 марта 2013 йыл | Йәмғиәт

Әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендә уңыш ҡаҙанған, республика, ил кимәлендә танылыу яулаған яҡташтарыбыҙ бихисап. Ә сәнәғәт тармағында, техник өлкәлә ҙур уңыштарға өлгәшеүселәр һирәгерәк. Шулар араһында техник фәндәр докторы, "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе”, "Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының Почетлы хеҙмәткәре”, республикабыҙҙың "Салауат Юлаев” ордены кавалеры, "Газ-сервис” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары – предприятиеның баш инженеры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәйес Әхмәтша улы Күскилдин айырым бер урын алып тора.

Ижади һәләттәр ижад йортонда бөрөләнә
23 марта 2013 йыл | Мәғариф

Ижади һәләттәр  ижад йортонда бөрөләнәГәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, уҙған аҙнала Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй туризм-крайҙы өйрәнеү хәрәкәтен ойоштороусыларҙың квалификация күтәреү курсында ҡатнашыусыларҙың бер төркөмө (ике тиҫтәләп кеше) районда булып, "Ғафури районының тәбиғи рекреацион ресурс-тары һәм тарихи-мәҙәни мираҫы ҡомартҡылары” тигән күсмә практик уҡыуҙа ҡатнашты. Илебеҙҙең төрлө өлкәләренән һәм республикаларынан килгән вәкилдәрҙе Балалар ижады үҙәге ҡабул итте.

Министрға һорауҙар күп булды
23 марта 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Министрға һорауҙар күп булды20 мартта район Хакимиәте бинаһында Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко йәмәғәт ҡабул итеүе уҙғарҙы. Ҡабул итеүҙә район Хакимиәте башлығы урынбаҫары – ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Флүр Ибраһимов, район Хакимиәтенең юридик һәм кадрҙар бүлеге начальнигы Эдуард Фәхретдинов, ауыл хужалығы бүлегенең әйҙәүсе белгесе Фирҙәүес Әсфәндийәрова ҡатнашты. Төрлө һорауҙар менән килеүсе 13 кешене ҡабул итеп өлгөрҙө министр.

Халыҡ мәнфәғәте алға ҡуйыла
23 марта 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө ҡалаһында республиканың ҡала һәм ра-йон Советтары рәйестәре менән осрашыу уҙғарғайны. Ошо кәңәшмәлә ниндәй мәсьәләләр күтәрелгән, республикалағы хәл-торош нисегерәк? Ошо һорауҙарға  район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы ЗӘЙНЕТДИНОВ яуап бирә:
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 19