Мәктәп ғорурлыҡтары
04 апреля 2013 йыл | Мәғариф

Мәктәп ғорурлыҡтарыҠотлоғужа башланғыс мәктәбендә 20 бала уҡый. Шулар араһында 2-се класс уҡыусылары Светлана Йәғәфәрова менән Алик Ишмөхәмәтов мәктәп ғорурлығы булып тора, бөтә фәндәрҙән дә "5” билдәләренә генә өлгәшеп уҡыйҙар. Икеһе лә 5 балалы ишле ғаиләлә тәрбиәләнеп, буй еткерәләр.