Өмөтлө ҡәләм
17 апреля 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Яҙ килә
Бына тағы шаулап-гөрләп
Йәмле яҙҙарым етте.
Бейек-бейек тауҙарыбыҙ
Ҡарҙан әрселеп бөттө.

Сәләмәтлек көнөн
17 апреля 2013 йыл | ---

Сәләмәтлек көнөн "Яугилде кубогы”на волейбол ярышы уҙғарыу матур бер йолаға әүерелде. Алтынсы тапҡыр уҙғарылған был спорт байрамында быйыл Бурлы ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан 7 һәм ҡунаҡ сифатында Үзбәк ауылы командаһы ҡатнашты.

Идараға ярҙам кәрәк
17 апреля 2013 йыл | Ауыл хужалығы

Районда ҡортсолоҡҡа ҡағылышлы проблемалар, белеүебеҙсә, бик күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дәүләт ауыл хужалығындағы, айырыуса ҡортсолоҡтағы күп проблемаларҙан ситләште һәм уларҙы хәл итеү "баҙарса”ға әйләнде – бер нәмәне лә алдан күҙаллап булмай, бер төптән эш итеү юҡ.  Шуға ла районда быйыл ойошторолған умартасылар йәмғиәте идараһына ҡорт тотоусыларҙың үҙҙәренең ярҙамынан башҡа бик ауыр буласаҡ.

Оло байрамға әҙерлек эштәре ҡаралды
17 апреля 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Район Хакимиәте эргәһендәге координацион советтың сираттағы ултырышында Бөйөк Еңеү байрамын уҙғарыуға, һуғыш һәм тыл ветерандарын хеҙмәтләндереүгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды.
Ветерандар советы рәйесе Э.Ә.Мөлөкова районда барлығы 36 һуғыш ветераны ҡалыуы, уларҙың бер нисәһенең үҙе йөрөй алмауы, даими ярҙамға мохтажлығы хаҡында әйтеп үтте.

Кемдәр улар кесе табындар?
17 апреля 2013 йыл | Йәмғиәт

Кесе табындар менән бәхәс осрағында Теләү Янбахтин ниндәй дәлилдәр килтергәндер, беҙгә билдәһеҙ. Ғәҙәттә ундай бәхәсле осраҡтарҙа ниндәйҙер хәл иткес документ ҙур роль уйнаған. Был осраҡта, бәлки, батша грамотаһы булғандыр тип фаразларға була. Ундай документтар ваҡыт уҙыу менән туҙған йәиһә юғалған һәм уларҙы тергеҙеү бик ауырға төшкән. Теләү бик йоғонтоло кеше – Табын волосының йөҙ башы (сотник) булған һәм уның дәрәжәһе старшинаныҡына тиң иҫәпләнгән. Бәлки,  ошо вазифаһы уның файҙаһына ыңғай ҡарар ҡабул итергә ярҙам иткәндер.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3