Кемдәр улар кесе табындар?
17 апреля 2013 йыл | Йәмғиәт

Кесе табындар менән бәхәс осрағында Теләү Янбахтин ниндәй дәлилдәр килтергәндер, беҙгә билдәһеҙ. Ғәҙәттә ундай бәхәсле осраҡтарҙа ниндәйҙер хәл иткес документ ҙур роль уйнаған. Был осраҡта, бәлки, батша грамотаһы булғандыр тип фаразларға була. Ундай документтар ваҡыт уҙыу менән туҙған йәиһә юғалған һәм уларҙы тергеҙеү бик ауырға төшкән. Теләү бик йоғонтоло кеше – Табын волосының йөҙ башы (сотник) булған һәм уның дәрәжәһе старшинаныҡына тиң иҫәпләнгән. Бәлки,  ошо вазифаһы уның файҙаһына ыңғай ҡарар ҡабул итергә ярҙам иткәндер.

Низағлашыу яҡшыға алып килмәҫ
17 апреля 2013 йыл | Сәйәсәт

Рәсәй менән АҠШ араһында "Исемлек һуғышы” дауам итә һәм был низағтың насар эҙемтәләргә килтереү ихтималлығы бар. Үткән аҙнала киң билдәле сәйәсмән Маргарет Тэтчерҙың үлеме, "батька”ның "итәк ҡырҡып ең ямарға” тырышыуы ла иғтибар үҙәгендә булды.

Эшмәкәрлегебеҙ өлгө алырлыҡ
17 апреля 2013 йыл | Хоҡуҡ

Эшмәкәрлегебеҙ өлгө алырлыҡРәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 12 авгусында ҡул ҡуйған 580-се Указына ярашлы, илдә 17 апрель Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр бүлеге ветерандары көнө булараҡ билдәләнә.

Китап – Белем шишмәһе
17 апреля 2013 йыл | Йәмғиәт

"Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе яңы социаль проект тәҡдим итә. Проект "Балаларға - китаптар” тип атала һәм мәрхәмәтлелекте – балалар йорттары, интернаттар, ауыл мәктәптәре китапханаларын китаптар менән тулыландырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
"Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов белдереүенсә, бөгөн балалар әҙ уҡый, улар күп ваҡытын Интернетта йә булмаһа телевизор алдында үткәрә. Бының менән килешеп йәшәргә ярамай һәм балаларҙың ваҡытын файҙалы уҙғарыу өсөн барыһын да эшләргә кәрәк. Бөгөн магазиндарҙа китаптарҙың хаҡы ҡиммәт һәм балалар йорттарының һәм ауыл мәктәптәренең уларҙы һатып алырға мөмкинлеге юҡ. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер кешеләрҙең өйҙәрендә үҙҙәренә кәрәкмәгән китаптар өйөлөп ята. Партия ағзалары ошондай китаптарҙы балаларға бирергә тәҡдим итә.

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте
17 апреля 2013 йыл | Хоҡуҡ

Эске эштәр бүлегендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткәндәре өсөн һәм эске эштәр бүлегенең Ветерандар көнө айҡанлы "Ветеран эше активисы” билдәһе менән бүләкләнделәр:
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 15