Дүрт кенә көн ҡалды
17 апреля 2013 йыл | Матбуғат

Ташламалы хаҡ менән "Табын”ға яҙылыу ун көнлөгө тамамланырға 4 кенә көн ҡалды. Күптәр был мөмкинлекте файҙаланып ҡалғандыр, тип өмөтләнәбеҙ. Ә инде кемдәр әлегә яҙылмаған, ашығығыҙ, ошо дүрт көн эсендә "Табын”ға яҙылып ҡуйығыҙ. Был көндәрҙә гәзиткә яҙылыусылар икеләтә отасаҡ бит. Берҙән, әҙме-күпме аҡсаһын кеҫәһендә ҡалдырһа, икенсенән, уларға икенсе ярты йыллыҡта яҡындарына ҡотлау йәки иғлан биргәндә 10 процент ташлама буласаҡ. Әйҙәгеҙ, был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ, бөгөн үк "Табын”ға яҙылып ҡуяйыҡ. Ошо 4 көндә "Табын”ға яҙылыу хаҡы – 354 һум 36 тин. Ә инде 22 апрелдән гәзиткә яҙылыу хаҡы 393 һум 72 тин буласаҡ.

Әсәләргә - миҙалдар
17 апреля 2013 йыл | Йәмғиәт

Башҡортостан Президенты Указы нигеҙендә Ташлы ауылында йәшәүсе Александра Васильевна ПАШИНА "Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде.

Урындағы үҙидара көнө
17 апреля 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Район Хакимиәте башлығы Башҡортостан Республикаһы Президентының "2013 йылда Башҡортостан Республикаһында Урындағы үҙидара көнөнә арналған саралар үткәреү тураһында” ҡарарына ярашлы 21 апрелдә районда Урындағы үҙидара көнөнә арналған саралар үткәреү буйынса ҡарар ҡабул итте.

Беҙ – һуғыш йылдары балалары
10 апреля 2013 йыл | Хаттар

Мин 1944-1945 уҡыу йылында беренсе класҡа уҡырға төшөп, 1954-1955 уҡыу йылында Сәйетбабала 10-сы класты тамамланым. Сәйетбаба мәктәбенә 22-ләп ауылдан йөрөп уҡыйбыҙ. Уҡыу түләүле. Бер кем дә уҡырға көсләп йөрөмәй. Ете йыллыҡтан һуң иң "көслөләр” генә, ғилемгә ынтылып, ас-яланғас көйө, көн дә 10-15 саҡрымды тапайбыҙ.

Ямғырҙан ҡайҙа ышыҡла-нырбыҙ?
10 апреля 2013 йыл | Хаттар

Тотош Үтәк ауылы халҡын борсоған бер һорауға яуап эҙләп редакцияға мөрәжәғәт итмәксе булдым әле.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 15