Ауылыбыҙ күрке
10 апреля 2013 йыл | Хаттар

Мәндем мәктәбенең математика уҡытыусыһы Зинфира Фәрит ҡыҙы Мөхәмәтдинова ауылдаштары араһында иң ихтирамлы кешеләрҙең береһе. Матур уйлы, саф күңелле, йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәгән Зинфира Фәрит ҡыҙы эшләгән коллективында күптән үҙ урынын тапҡан.

Ташҡын: әҙер тороу зарур
10 апреля 2013 йыл | Йәмғиәт

Ташҡын:  әҙер тороу зарурМуниципаль район Хакимиәте ҡарарына ярашлы, 2013 йылғы яҙғы ташҡынды уҙғарып ебәреү буйынса саралар планы раҫланды. Пландың бер пункты итеп һыу ятҡылыҡтарының минераль һәм органик ашламалар, сәнәғәт, көнкүреш ҡалдыҡтары, нефть продукттары менән бысраныуына юл ҡуймау индерелде. БР Экология Министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы яғынан һыу сығанаҡтарының торошона контроль көсәйтелде.

“Торос” чемпионлығын һаҡлап ҡалырмы?
10 апреля 2013 йыл | Спорт

Гагарин кубогы өсөн көрәштә "Салауат Юлаев” хоккей командаһы "Аҡ барс”тан хәл иткес етенсе уйында еңелгәндән һуң, Йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһаусы Өфөнөң "Толпар” командаһы ла өлкән ағайҙары артынан эйәреп, быйылғы миҙгелде тамамланы.

Һөнәренә тоғролоғон раҫланы
10 апреля 2013 йыл | Матбуғат

Һөнәренә тоғролоғон раҫланыОшо көндәрҙә  Стәрлетамаҡ ҡалаһында  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ХVIII төбәк-ара конкурсы булып үтте. Конкурстың маҡсаты – киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади эшләгән талантлы уҡытыусыларҙы билдәләү, мәғариф өлкәһендәге яңы идеяларҙы, алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, ғөмүмән, уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреү.

Кемдәр улар кесе табындар?
10 апреля 2013 йыл | Йәмғиәт

Байтаҡҡа һуңғыраҡ мәғлүмәттәр буйынса, XVIII-XIX быуаттарҙа Кесе Табын волосы биләмәләренә бик киң майҙандар – Көгөш йылғаһынан төньяҡҡа, Еҙем йылғаһынан көньяҡҡа  табан башлыса урмандар йәйрәп ятҡан. Ә Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында волость ҡарамағындағы урман-дала зонаһында, Ҡусҡар һәм Нағаҙаҡ күлдәре буйҙарында Үрге һәм Түбәнге Төкөн ауылдары урынлашҡан. Борондан  унда Кесе Табын ырыуына ҡараған "төкөн” араһы йәшәүе билдәле. Төкөн табындар үҙҙәренең ырыуҙаштарына ҡарағанда айырым бер өҫтөнлөккә эйә булған. Бер арауыҡ (XVIII быуатта) хатта волость "Төкөн-Кесе Табын” тип аталып йөрөтөлгән. Яҙма мәғлүмәттәрҙә тап ошо биләмәләр телгә алына ла инде.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 15