Летчик-космонавтар менән осрашыу
04 мая 2013 йыл | Мәғариф

Күптән түгел Красноусолдағы 2-се урта мәктәп уҡыусылары "Красноусол” шифаханаһында ял итеүсе летчик-космонавтар – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Владимир Афанасьевич Ляхов һәм Советтар Союзы Геройы Александр Николаевич Баландиндарҙы үҙҙәренә ҡунаҡҡа - осрашыуға саҡырҙы.

Бурлының батыр улы
04 мая 2013 йыл | Йәмғиәт

Бурлының  батыр  улыФәрүәт Яҡупов менән Бурлы урта мәктәбендә бер осорҙа белем алырға насип булды: ул 10-сыла уҡығанда, мин 9-сы класта инем. Етди ҡарашлы, оҙон буйлы был егеттең киләсәктә бөтөн илгә танылған Герой булып дан ҡаҙанырын беребеҙ ҙә күҙ алдына килтермәгәндер, моғайын.

Анатолий Михайлов: “Халыҡ ышанысын аҡларға тырышабыҙ”
04 мая 2013 йыл | Йәмғиәт

Анатолий Михайлов: “Халыҡ ышанысын аҡларға тырышабыҙ”Радио көнө һәм элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре байрамы барлыҡҡа килеү тарихы XIX быуат аҙаҡтарына барып тоташа. 1895 йылда рус физигы Александр Попов тәүге радио эшләүе хаҡында йәмәғәтселеккә еткерә. Ә тәүге радио барлыҡҡа килеүҙең 50 йыллығы айҡанлы СССР етәкселеге 1945 йылдың 7 майын байрам көнө тип иғлан итә. Ошо ваҡиғанан башлап 7 май радио һәм элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө булараҡ билдәләнә. Һөнәри байрамдары алдынан район элемтә үҙәге етәксеһе Анатолий Валерьевич Михайловҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Һүҙ уға:

“Сулпан” ишектәрен асты
04 мая 2013 йыл | Урындағы үҙидара

“Сулпан” ишектәрен астыЯңғыҙҡайын ауылы эшҡыуары Миңлеғәле Фәйезов май байрамдары алдынан ауылдаштарын ифрат шатландырҙы: элекке магазин бинаһын үҙгәртеп ҡороп "Сулпан” исемле бик матур сауҙа йорто асты ул. Эшҡыуарҙың "Алһыу” магазины менән икмәкханаһы 17 апрелдә үк сауҙа йортона күсте.

Баҙарға барһаң, байырһың
04 мая 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Баҙарға барһаң, байырһыңАуыл ерендә аҡса эшләп, етеш, мул тормошта йәшәп буламы? Ауылда нисек аҡса тапмаҡ кәрәк? Ошондай һорауҙарҙы бөгөн йыш ишетергә була. Ысынлап та, ауылда төпләнгән һәр икенсе кешенең тәғәйен эш урыны юҡ. Колхоз-совхоздар ҙа бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына ҡалды. Булған фермер хужалыҡтары бөтә халыҡты эш менән тәьмин итә алмай.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5