Байрам бүләге
06 мая 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең иҫке бинаһын ремонтлап, мохтаждарға фатир итеп бүлеп бирергә ҡарар иткәндәр ине. Май байрамдары алдынан  Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте бер төркөм кешеләргә ошо бинанан фатир асҡыстары тапшырҙы. Был бинала барлығы 24 фатир урынлашҡан һәм улар барыһы ла зауыҡлы итеп, заманса төҙөлөш материалдары ҡулланылып ремонтланған.