Был донъяла яҡты эҙе ҡалды
08 мая 2013 йыл | Хаттар

Тормош. Йәшәү. Ғүмер. Эйе, ошо һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйғас, ирекһеҙҙән уйға ҡалаһың: "Беҙ был донъяла ҡунаҡ ҡынабыҙ". Ни ҡала һуң беҙҙән был донъяла? Үҙебеҙҙән һуң яҡшы эштәр, яҡты эҙҙәр ҡалдырырға тейешбеҙ ҙә һуң беҙ! Үҙенән һуң кешенең ҡылған изгелектәре, хеҙмәте, яҡшылығы, маҡтаулы эштәре ҡала. Атанан балаға, бер быуындан икенсеһенә күсеүсе изге маҡсаттары ҡала.
Ошондай уйҙар ирекһеҙҙән, йәмле апрель айы урталарында фани донъяларҙы ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күскән олатайыбыҙ Мофаззал Тайып улы Хәсәновты ерләгәндә тыуҙы. Эйе, 1919 йылдың ҡыҙыу бесән ваҡытында донъяға килеп, 94 йыл ғүмерен Ҡолҡан ауылында йәшәп, үҙенең эше менән дә, йәшәйеше менән дә күптәргә өлгө булырҙай аҡһаҡал ине Мофаззал Хәсәнов.

Ауырлыҡтар беҙҙе сыныҡтырҙы ғына
08 мая 2013 йыл | Хаттар

- Һуғыш тигән һүҙҙе ишетһәм, йөрәккәйем тетрәп китә. Бала саҡтан һуғыш ғазабын күреп үҫкәс, йөрәк әле лә һулҡылдап һыҙлап ҡуя, - ти йәшлеге һуғыш, аслыҡ йылдарына тура килгән Камила апай.

Үрнәк булып йәшәнеләр
08 мая 2013 йыл | Хаттар

Бына 68-се тапҡыр Еңеү яҙы килде. Тик ошо Еңеүҙе яҡынайтыр өсөн һуғышта булған, тылда үҙҙәрен ҡыҙғанмай эшләгән быуын көндән-көн кәмей бара. Бына минең дә Бурлы ауылынан атайым Ғәбделхай Фәйзрахман улы менән әсәйем Рафиға Шәйeхзада ҡыҙы Шаймарҙановтар, Яңы Бурлы ауылында тыуып үҫкән ҡайным Фәйзулла Хажимөхәмәт улы менән ҡәйнәм, Саҡмайылға ауылында тыуып үҫкән Ғәмбәр Хисам ҡыҙы Хәкимовтар ҙа гүр эйәләре инде.
6 май көндө атайыма 85 йәш тулған булыр ине, ә 8 май ҡайнымдың мәрхүм булыуына 9 йыл була. Беҙгә уны үҙенең иң яратҡан байрамы - Еңеү көнөндә ерләргә тура килде. Әллә шуға ла ошо көндәрҙә барыһы ла ныҡ иҫкә төшә, һағындыра…

Сталинград яугиры
08 мая 2013 йыл | Йәмғиәт

Сталинград яугирыБөйөк Ватан һуғышы тарихында Сталинград (хәҙерге Волгоград) ҡалаһы өсөн барған һуғыш иң масштаблы, иң күп ҡан ҡойолған алыш булып иҫәпләнелә. 1942 йылдың 17 июленән 1943 йылдың 2 февраленә тиклем барған был һуғышта 1 миллион 129 мең совет һалдаты һәләк була, 524 мең атыу ҡоралы, 4341 танк, 2777 самолет юҡҡа сыға. Ә берләштерелгән фашист армияһынан 841 мең һалдат һәм офицер юҡ ителә. Ошо һуғышта байтаҡ ҡына райондаштарыбыҙ ҙа ҡатнаша. Әммә уларҙың теүәл генә иҫәбе билдәһеҙ. Бөгөн шуларҙың икәүһе иҫән һәм шуларҙың береһе – Зиннур Һәҙиәт улы Ҡалмырҙин менән таныштырмаҡсыбыҙ.

Еңеүҙе яҡынайтыусыларҙың береһе
08 мая 2013 йыл | Хаттар

Миһран Ғимран улы Ҡәнзәфәров 1917 йылда Аҡташ ауылында донъяға килә. Үҫеп, егет ҡорона еткәс, райондың бер ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1939 йылда Миһран әрме хеҙмәтенә алына, шул ваҡытта фин һуғышы башлана. Ул ошо һуғышта ҡатнаша, һуғыш оҙаҡ бармай. Миһранға 1-2 көнгә генә ата-әсәһен ҡайтып күрергә насип була, шунан ҡабат китә.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4