Еңеү көнөнөң ҡәҙере кәмемәй
11 мая 2013 йыл | Хаттар

Һуғыш. Еңеү. Байрам.
Мәңге уттар балҡый,
Балҡый илем буйлап.
Мәңге уттар балҡый,
Балҡый байрам туйлап!

Талпан уянды
11 мая 2013 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Йыл һайын халыҡ көн йылынғанды дүрт күҙ менән көтә: кемдер, ниһайәт, урман-ҡырға сығып ял итергә хыялланһа, бәғзеләрҙе донъя мәшәҡәте тәбиғәт ҡосағына әйҙәй.

Онотолмаҫ йылдар
11 мая 2013 йыл | Йәмғиәт

Оҙаҡламай хужалыҡтарҙы банктан туранан-тура кредитлау бөттө, тормошобоҙға баҙар иҡтисады тигән яңы төшөнсә килеп инде. Бөтә нәмәгә, шул иҫәптән яғыулыҡҡа хаҡтар артты, ауыл хужалығы продукцияһын һатыу хаҡтары үҙгәрешһеҙ ҡалды. Һатылған продукция өсөн иҫәп-хисап һуңлап яһалды. Бына ошондай мең сәбәптәр арҡаһында ауыл хужалығы тармағы ауыр хәлдә ҡалды. Бигерәк тә яғыулыҡтың ныҡ ҡиммәтләнеүе хужалыҡтарҙы "ергә тубыҡландырҙы”. Ерҙе һөрөргә, эшкәртергә, сәсергә, уңышты йыйыу өсөн яғыулыҡ еткерә алмай йонсонолар. Сараһыҙлыҡтан яғыулыҡ һатып алыу өсөн һыйыр малдарын, хатта һауын һыйырҙарын иткә тотонорға мәжбүр булдылар. Шунлыҡтан фермаларҙа әкренләп малдар әҙәйҙе.

Сәскәндә сәғәте ҡәҙерле
11 мая 2013 йыл | Ауыл хужалығы

Сәскәндә сәғәте ҡәҙерле Көн бер аҙ болоҡһоп, көн аралаш тиерлек ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан, районда яҙғы баҫыу эштәре дауам итә. Быйыл район игенселәренә 14 мең гектар майҙанда дым ҡаплатыу, 4165 гектарҙа ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыу, 21531 гектарҙа ярауай культуралар сәсеү бурысы тора.

Ә ваҡыт ашыҡтыра...
11 мая 2013 йыл | Матбуғат

Почта бүлексәләре буйынса бирелгән мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, 2013 йылдың икенсе яртыһына "Табын”ға яҙылыу урындарҙа бик һүлпән бара.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2