Изгелекле кешеләр ҙә бар
22 мая 2013 йыл | Хаттар

Мин, ярайһы уҡ оло йәштәге кеше, апрель айы баштарында "Ҡарлуғас” магазинына телефонға аҡса һалырға сыҡҡайным. Атлап китеп барғанда, ҡапыл нимәлер булды, йөрәк ҡыҫып, тын алыуы ауырлашты, аяҡтар атламаҫ булды.

Ә һеҙ беләһегеҙме?
22 мая 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Грек теленән ингән "музей” һүҙе "музалар йорто” (муза – илһам сығанағы, ижад дәрте) тигәнде аңлата һәм тарихи ҡомартҡыларҙы, сәнғәт әҫәрҙәрен, ғилми коллекцияларҙы йыйып һаҡлай һәм күргәҙмәгә ҡуя торған махсус ойошманы белдерә. Донъялағы иң беренсе музей – Мусейон – беҙҙең эраға тиклем 290 йылда Александрия ҡалаһында барлыҡҡа килгән.

Музейҙар – мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө
22 мая 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Музейҙар аша йәмғиәт тарихи-мәҙәни мираҫҡа булған мөнәсәбәтен белдерә, тигән фекер йәшәп килә, һәм бының менән килешмәү мөмкин түгел. Музей етәксеһе бар экспонаттарҙы һаҡлап ҡына ҡалмай, уларҙы өйрәнеп, киләһе быуындарға ҡомартҡы итеп ҡалдырырға тырыша, эҙләнеп, экспонаттар йыйып, фондтарҙы туплай. Рухи ҡомартҡыларҙы йыйыу һәм һаҡлау менән бергә музейҙар ҙур ғилми-ағартыу һәм уҡытыу-тәрбиәүи эштәр башҡара.

Эдуард - өлгөлө һалдат
22 мая 2013 йыл | Хаттар

Эдуард - өлгөлө һалдатКүптән түгел Бажыҡ ауылында йәшәүсе Гүзәл Һаҙый ҡыҙы Харисова Абхазияла хеҙмәт итеүсе улы Эдуардтың хәрби часть командованиеһынан Рәхмәт хаты алып, оло ҡыуаныс кисерҙе.

Ауылым уңғаны
22 мая 2013 йыл | Хаттар

1960 йылдың яҙында Сәйетбабала йәшәүсе Сәлимовтар ғаиләһендә яр һалып игеҙәктәр – ике ир бала донъяға килде. Уларҙың ауырлығы ла, буй үлсәмдәре лә һәйбәт, үҙҙәре теремек ине.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5