Ҡорт айырыу мәле етә
25 мая 2013 йыл | Кәңәштәр

Бал ҡорто ғаиләләрендә барған әһәмиәтле ваҡиға ул – ҡорт айырыу. Был – бал ҡорттарының борон-борондан килгән тәбиғи үрсеү ысулы.

Бейеүҙәре – бер биҙәк
25 мая 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бейеүҙәре – бер биҙәкХалыҡ-ара бейеү көнөндә Район мәҙәниәт һарайында гөрләп-шаулап ҙур бейеү байрамы үтеүе хаҡында "Табын” яҙып сыҡҡайны инде.

Академтеатр артистары килә
25 мая 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

30 майҙа Район мәҙәниәт һарайында М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары драматург Наил Ғәйетбай пьесаһы буйынса әҙерләнгән "Бер мәл санаторийҙа” тигән спектакль менән сығыш яһай.

“Йәшлек” ял паркында – Спорт байрамы
25 мая 2013 йыл | Спорт

“Йәшлек” ял паркында – Спорт байрамыСираттағы уҡыу йылы тамамланырға ла күп ваҡыт ҡалмай. Алда иң күңелле, иң оҙайлы йәйге каникулдар. Йылдың-йылы етди һынауҙар – имтихандар һәм йәйге ял алдынан Спорт байрамы – уҡыусылар һабантуйы уҙғарыу матур йолаға әйләнде. Был йоланы тотоп, 17 майҙа Красноусолдағы "Йәшлек” мәҙәниәт һәм ял паркында Спорт байрамы үтте. Унда район мәктәптәренән тиҫтәнән ашыу командалар ҡатнашты.

Онотолмаҫ йылдар
25 мая 2013 йыл | Йәмғиәт

Үҙгәртеп ҡороу осоронда барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп, коллективты һаҡлап ҡалған һәм бөгөн дә уңышлы эшләп килгән "Агрохимия” ойошмаһы хаҡында әйтеп китергә кәрәк. Унда күп йылдар директор булып эшләгән А.А.Шапошниковтың роле ҙур, әлбиттә. Эшләү дәүерендә Алексей Александрович үҙенең тырыш, алдынғы ҡарашлы етәксе икәнлеген күрһәтте. "Агрохимия” берекмәһе элекке "Спутник” колхозы колхозсыларының пай ерҙәрен алып эшкәртергә йыйына. Коллективта 71 кеше эшләй. Был да ойошма етәксеһенең шәхесен ыңғай яҡтан күрһәткән миҫал.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4