Муллалар династияһы вәкиле
29 мая 2013 йыл | Йәмғиәт

Бәләкәй саҡта беҙҙең урамда бер йорт иғтибарҙы йәлеп итә торғайны. Әллә ни башҡаларынан айырмаһы ла юҡ кеүек, әммә унан нур бөркөлгәндәй, тәҙрә аша серле йылмайып аҡ йөҙлө бабай ҡарап ултыра. Әсәйем уны мулла бабай, тине. Хәҙер байтаҡ ваҡыт үтте, әммә мулла бабай һаман да күҙ алдымда. Ниһайәт, йылдар үткәс, аҡ йөҙлө бабайҙың тормош юлы менән яҡындан таныштым. Мулла бабайҙың ҡыҙҙары менән күрешергә тура килде. Рауза менән Зөһрә апай Өфөлә йәшәй. Уларҙың өлкән апалары Зәйтүнә инәй ҙә ҡунаҡҡа килгән. Фатир эсенә инеү менән ихласлыҡ балҡый. Бер аҙ аралашып, һөйләшеп алғас, ҡала мәшәҡәттәренән арынып, иркенләп ауылдаштарымдың хәтирәләренә сумдым.

Ҡолаҡтарҙа һаман сыңлар еҙ ҡыңғырау моңдары
29 мая 2013 йыл | Йәмғиәт

Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы мәктәп тормошоноң иң сағыу, иҫтәлекле, күңелдәрҙә сихри тойғо уятып хәтерҙә мәңге ҡаласаҡ тарихи мәлелер. Мәктәп тамамлаусы уҡыусылар был көндө ун бер йыл һуҙымында икенсе тыуған йортҡа әйләнгән мәктәбе, уҡытыусылары, класташтары менән хушлашһа, тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асып инеүсе беренселәр серле белем донъяһына аяҡ баҫырға әҙерләнә.

Ветерандарға – дөйөм хәстәрлек
29 мая 2013 йыл | Йәмғиәт

Ветерандарға – дөйөм хәстәрлек3 майҙа район Хакимиәтендә район ветерандарының VI пленумы булып үтте. Уның эшендә Муниципаль район Советы секретары Р.С.Ишмөхәмәтова, ауылдарҙың беренсел ветерандар ойошмалары рәйестәре, ветерандар эштәре буйынса Координацион совет ағзалары, хәрби бәрелештәр ветерандары, район Хеҙмәт һәм  халыҡты социаль яҡлау бүлеге, Пенсия фонды идаралығы, "Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге" етәкселәре, район Хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм туризм секторы мөдире һ.б. ҡатнашты.

Европа мәҙәнилеге шулай буламы?
29 мая 2013 йыл | Сәйәсәт

Францияла һәм Швецияла урам сыуалыштары башланыуы, Грузияла сәйәси көрсөктөң көсәйеүе уҙған арауыҡтың мөһим ваҡиғалары булып торҙо.

Һабантуй байрамына әҙерләнәйек
29 мая 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Әүәлдән килгән халыҡ йолаларын һаҡлау һәм нығытыу, сәнғәтте, фольклорҙы һәм спортты үҫтереү, район халҡының рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү һәм уларҙың ялын ойоштороуҙы камиллаштырыу маҡсатында район Хакимиәте яҙғы баҫыу эштәре тамамланыу уңайынан 2013 йылдың 9 июнендә халыҡ байрамы – Һабантуй үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3