Йәйге спорт миҙгеле асылды
04 мая 2013 йыл | Спорт

Йәйге спорт миҙгеле асылды Күптән түгел Красно-усолда еңел атлетика бу-йынса ярыштар үтте. Шулай итеп, традицияға ярашлы, йәйге спорт миҙгеленә старт бирелде.

Битарафлыҡтан арынырға кәрәк
04 мая 2013 йыл | Йәмғиәт

Бюджеттың килем өлөшөн арттырыуға булышлыҡ иткән эшҡыуарлыҡты үҫтереү, мәшғүллек кимәлен күтәреү, социаль көсөргәнешлекте кәметеү – дәүләттең мөһим бурыстарының береһе. Шуға ла "Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары буйынса вәкил хаҡында” Закон ҡабул итеү һәм Уполномоченный институты булдырыу – ваҡытлы һәм көнүҙәк аҙым.
Республикала эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары буйынса Уполномоченный итеп БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Р.В.Ғибаҙуллин раҫланды. Ул, үҙ сиратында, муниципаль властар менән килешеү нигеҙендә ҡала округтарында һәм муниципаль райондарҙа үҙенең йәмәғәт ярҙамсыларын тәғәйенләне. Беҙҙең районда Эшҡыуарҙар хоҡуғы буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсыһы итеп эшҡыуар Хәннән Вәлиулла улы Ишмырҙин һайланды. Хәннән Ишмырҙин менән сираттағы әңгәмә барышында уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ алып барҙыҡ.

Субсидия бүлегендә ихлас, ярҙамсылдар эшләй
04 мая 2013 йыл | Хаттар

Тормош булғас, төрлө хәлдәр була тигәндәй, донъя булғас, төрлө документ-ҡағыҙҙар артынан да күп йөрөргә тура килә. Беҙҙең һымаҡ оло йәштәге ауыл кешеләре ҡайһы бер һорауҙарҙы аңлап та бөтмәйбеҙ, бигерәк тә урыҫ телендәгеләрен.

Күңелле аҙналыҡ
04 мая 2013 йыл | Мәғариф

Бәләкәй генә булһа ла, беҙгә үҙебеҙҙең Һабай мәктәбендә уҡыуы бик оҡшай. Беренсе, икенсе һәм дүртенсе класта ун ике уҡыусы бик татыу һәм күңелле йәшәйбеҙ.

Онотолмаҫ йылдар
04 мая 2013 йыл | Йәмғиәт

Билдәле булыуынса, 60-70-се йылдарҙа районда төҙөлөш эштәре киң ҡолас алды. Колхоз-совхоздарҙа малсылыҡ фермалары, комплекстар, хужалыҡ объекттары төҙөлдө. Бына шул саҡта кирбескә ихтыяж килеп тыуҙы һәм район биләмәһендә кирбес заводы төҙөү хаҡында һүҙ ҡуҙғатыла башланы. Райондың һәр тарафында кирбес һуғыу өсөн сифатлы балсыҡтың күплеге лә шуға этәргәндер.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24