Академтеатр артистары килә
25 мая 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

30 майҙа Район мәҙәниәт һарайында М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары драматург Наил Ғәйетбай пьесаһы буйынса әҙерләнгән "Бер мәл санаторийҙа” тигән спектакль менән сығыш яһай.

“Йәшлек” ял паркында – Спорт байрамы
25 мая 2013 йыл | Спорт

“Йәшлек” ял паркында – Спорт байрамыСираттағы уҡыу йылы тамамланырға ла күп ваҡыт ҡалмай. Алда иң күңелле, иң оҙайлы йәйге каникулдар. Йылдың-йылы етди һынауҙар – имтихандар һәм йәйге ял алдынан Спорт байрамы – уҡыусылар һабантуйы уҙғарыу матур йолаға әйләнде. Был йоланы тотоп, 17 майҙа Красноусолдағы "Йәшлек” мәҙәниәт һәм ял паркында Спорт байрамы үтте. Унда район мәктәптәренән тиҫтәнән ашыу командалар ҡатнашты.

Онотолмаҫ йылдар
25 мая 2013 йыл | Йәмғиәт

Үҙгәртеп ҡороу осоронда барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп, коллективты һаҡлап ҡалған һәм бөгөн дә уңышлы эшләп килгән "Агрохимия” ойошмаһы хаҡында әйтеп китергә кәрәк. Унда күп йылдар директор булып эшләгән А.А.Шапошниковтың роле ҙур, әлбиттә. Эшләү дәүерендә Алексей Александрович үҙенең тырыш, алдынғы ҡарашлы етәксе икәнлеген күрһәтте. "Агрохимия” берекмәһе элекке "Спутник” колхозы колхозсыларының пай ерҙәрен алып эшкәртергә йыйына. Коллективта 71 кеше эшләй. Был да ойошма етәксеһенең шәхесен ыңғай яҡтан күрһәткән миҫал.

Бәләкәс ғалимәләр
25 мая 2013 йыл | Мәғариф

Күптән түгел Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 2-се класс уҡыусылары Лилиә Саттарова менән Азалия Ишкина БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында (элекке педагогия академияһы) үткән башланғыс кластар өсөн "Фәнгә тәүге аҙымдар” тип аталған фәнни-ғәмәли конференцияла

Ерҙә тормош ҡалыр, ижад ҡалыр
25 мая 2013 йыл | Мәғариф

Хәҙерге тормошто компьютерһыҙ, Интернетһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Йәшәйешебеҙҙең һәр тармағында үҙгәреш һиҙелә. XXI быуат цивилизацияһы. Белем биреү системаһында ла уҡытыуҙың яңы алымдары барлыҡҡа килде.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 24