“Һуңғы ҡыңғырау” сыңланы
25 мая 2013 йыл | Мәғариф

24 майҙа райондың барлыҡ мәктәптәрендә лә "Һуңғы ҡыңғырау” сыңланы. Быйыл район буйынса 230 уҡыусы мәктәпте  тамамлай. Шатлыҡлы ла, бер аҙ тулҡынландырғыс та, моңһоу ҙа был сара Красноусол башҡорт гимназия-интернатында ла тантаналы шарттарҙа үтте.

Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
25 мая 2013 йыл | Сәйәсәт

Районда
* 27 майҙа район мәктәптәренең сығарылыш класс уҡыусылары тәүге һынау – рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ.
* 29-31 майҙа "Имәнкәй” балаларҙы һауыҡтырыу спорт-туристик лагерында 10-сы класс егеттәренең хәрби йыйыны үтәсәк.

Изгелекле кешеләр ҙә бар
22 мая 2013 йыл | Хаттар

Мин, ярайһы уҡ оло йәштәге кеше, апрель айы баштарында "Ҡарлуғас” магазинына телефонға аҡса һалырға сыҡҡайным. Атлап китеп барғанда, ҡапыл нимәлер булды, йөрәк ҡыҫып, тын алыуы ауырлашты, аяҡтар атламаҫ булды.

Ә һеҙ беләһегеҙме?
22 мая 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Грек теленән ингән "музей” һүҙе "музалар йорто” (муза – илһам сығанағы, ижад дәрте) тигәнде аңлата һәм тарихи ҡомартҡыларҙы, сәнғәт әҫәрҙәрен, ғилми коллекцияларҙы йыйып һаҡлай һәм күргәҙмәгә ҡуя торған махсус ойошманы белдерә. Донъялағы иң беренсе музей – Мусейон – беҙҙең эраға тиклем 290 йылда Александрия ҡалаһында барлыҡҡа килгән.

Музейҙар – мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө
22 мая 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Музейҙар аша йәмғиәт тарихи-мәҙәни мираҫҡа булған мөнәсәбәтен белдерә, тигән фекер йәшәп килә, һәм бының менән килешмәү мөмкин түгел. Музей етәксеһе бар экспонаттарҙы һаҡлап ҡына ҡалмай, уларҙы өйрәнеп, киләһе быуындарға ҡомартҡы итеп ҡалдырырға тырыша, эҙләнеп, экспонаттар йыйып, фондтарҙы туплай. Рухи ҡомартҡыларҙы йыйыу һәм һаҡлау менән бергә музейҙар ҙур ғилми-ағартыу һәм уҡытыу-тәрбиәүи эштәр башҡара.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 24