Милли мәҙәниәт фестивале үтәсәк
01 июля 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөгөн Өфөнөң С.Т.Аксаков исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында «Ҡурай моңо яңғыраған төйәгебеҙҙе һаҡлайыҡ» («Сохраним край, где звучит курай») тип аталған Азия һәм Кавказ халыҡтарының милли мәҙәниәттәре фестиваль-марафоны үтә. Сара Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арнала.

Ҡотлайбыҙ!
01 июля 2013 йыл | Йәмғиәт

Яңы Бурлы ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Исмәғил Нәжметдин улы ФӘХРЕТДИНОВты 92 йәше тулыу уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ. Утлы һуғыш юлы үткән яугирға ныҡлы таҙалыҡ, күңел күтәренкелеге, имен тормош, бәхетле көндәр теләйбеҙ.
Эльвира МӨЛӨКОВА,
район ветерандар советы рәйесе.

Лайыҡлылар еңергә тейеш
01 июля 2013 йыл | Сәйәсәт

"Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сентябрҙә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутаттар һайлауына үҙ кандидаттарын билдәләне. Уларҙы партияның конференцияһы барышында йәшерен тауыш биреү юлы менән күрһәттеләр.

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте
01 июля 2013 йыл | Йәмғиәт

Һаулыҡ һаҡлау системаһында районхалҡына дауалау-профилактик ярҙам күрһәтеүҙә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткәндәре өсөн һәм Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Муниципаль район Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр:

“Йәшел ураҡ” көндәлеге
01 июля 2013 йыл | Ауыл хужалығы

Районда "Йәшел ураҡ” ҡыҙыу темптарҙа бара. 28 июнгә район буйынса 4000 гектарға яҡын майҙанда күп йыллыҡ үлән сабылған, барлығы 2400 тонна бесән әҙерләнгән.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2