Яңылыҡтар һәм үҙгәрештәр хаҡында
31 июля 2013 йыл | Йәмғиәт

Билдәле булыуынса, 8 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлаясаҡбыҙ. Ошо уҡ көндә ауыл биләмәһе Советтарына киткән депутаттар урынына яңы депутаттар һайланасаҡ. Һайлауҙар буйынса ниндәй яңылыҡтар бар, депутатлыҡҡа кемдәр дәғүә итә, ҡайһы партиялар ҡатнаша? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатында территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Әнүәр Әбүзәр улы МУЛЛАҒОЛОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

Комбайндар баҫыу иңләй
31 июля 2013 йыл | Ауыл хужалығы

Комбайндар баҫыу иңләй"Ағиҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Оҙонкүл буйындағы баҫыуы комбайндар геүләүенә күмелеп, ошо тирәнең былай ҙа матур тәбиғәте, арыш башаҡтары тирбәлгән баҫыу үҙе тағы ла йәмлерәк һәм  йәнлерәк булып китте. Тигеҙ геүләп баҫыу иңләп килгән комбайндарҙан күтәрелгән саң-туҙан менән  бергә  өлгөрөп   еткән арыш еҫе лә ҡушылып, танауҙы ҡытыҡлай. Ошо илаһи мәл сихри моң кеүек күңел ҡылдарына сиртә. Эйе, ураҡ элек-электән яуаплы һәм мөһим осор  ғына түгел, йыл буйы әҙерләнеп, йәй һуҙымында тир түгеп көтөп алынған өмөтлө һәм ҡәҙерле мәл. Йыл дауамында игенсенең башҡарған эш һөҙөмтәһе бөгөн күренә, киләсәге билдәләнә. Ғөмүмән, был мәлгә етди әҙерләнеп, ышаныс менән сыға игенсе баҫыуға. Шулай ҙа, иҫке техника иҫке инде. Йүнәтһәң дә үҙен һынатып ҡуйғылай. Ана, "Ағиҙел” хужалығының "Дон-1500” комбайндары баҫыуға сыҡҡас бер-бер артлы көйһөҙләнеп, тиҫкәреләнеп алды. Әммә тәжрибәле механизаторҙар комбайндарға тиҙ арала йән өрҙө.

Алдан хәстәрләгәндең күңеле тыныс
31 июля 2013 йыл | Матбуғат

1 июлдән барлыҡ матбуғат баҫмаларына, шул иҫәптән "Табын” район гәзитенә 2014 йылдың беренсе яртыһына алдан яҙылыу иғлан ителде.

Ысын күңелдән рәхмәт!
31 июля 2013 йыл | Хаттар

Бынан дүрт йыл элек беҙҙең ул-ҡыҙҙарыбыҙ Красноусол башҡорт гимназия-интернатына уҡырға барҙы. Уларҙы белемле, тәжрибәле, иҫ киткес мөләйем, шул уҡ ваҡытта талапсан да уҡытыусы Г.Ә.Мәүлетҡолова ҡабул итеп алды.

Ихатаны йәшелләндереү
27 июля 2013 йыл | Кәңәштәр

Ихатаны йәшелләндереүӨй алды баҡсаһы өйҙө туҙандан, ә эҫе яҡтарҙа стеналарҙы артыҡ ҡыҙыуҙан һаҡлай.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 21