Мал һаны кәмеүгә юл ҡуйылманы
27 июля 2013 йыл | Ауыл хужалығы

Район Хакимиәте тарафынан районда малсылыҡты үҫтереүгә, мал һанын кәметмәүгә, продукция етештерә барыуҙы арттырыуға етди иғтибар бирелә һәм бындай ҡараш үҙ һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмай. Тәүге ярты йыллыҡта малсылыҡ тармағында ниндәй уңыштарға өлгәшелгән, ниндәй етешһеҙлектәр, кәмселектәр бар? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатында район Хакимиәте ауыл хужалығы бүлегенең баш зоотехнигы Ғөбәйҙулла Насретдин улы ЗӘЙНЕТДИНОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

Тотороҡлолоҡ күҙәтелә
24 июля 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Тотороҡлолоҡ күҙәтеләСәнәғәт
2013 йылдың тәүге ярты йыллығында иҡтисади эшмәкәрлектең бөтөн төрҙәре буйынса ойошмаларҙың тауар әйләнеше 720,8 миллион һумлыҡ булды. Йәғни, былтырғыға ҡарағанда үҫеш 105,6 процент тәшкил итә.
Иҡтисади эшмәкәрлектең бөтөн төрҙәре буйынса башҡарылған эш, хеҙмәт күрһәтеү, етештерелгән продукция күләме 564,6 миллион һум (102,5 %) менән баһалана. Сәнәғәт предприятиеларында ла үҫеш күҙәтелә. Улар тарафынан барлығы 163,6 миллион һумлыҡ (105,2 процент) эш башҡарылған һәм хеҙмәт күрһәтелгән. Сәнәғәт етештереү индексы 105,2 процент тәшкил итә. "Термопласт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә сәнәғәт етештереү  индексы 126 процент, "Красноусол минераль һыуҙары” йәмғиәтендә 116,9 процент булды. Ә республика буйынса уртаса сәнәғәт етештереү индексы 100,2 проценттан артмай.

Кескәй бейеүселәр уңышы
24 июля 2013 йыл | Йәмғиәт

Кескәй бейеүселәр уңышыКүгәрсен районының "Мораҙым” тарлауығында урынлашҡан "Урман әкиәте” ял базаһында 3 йәштән 15 йәшкәсә балаларҙың "Байыҡ” республика конкурсы быйыл 5-се тапҡырға уҙғарылды. Был сарала ҡатнашыусылар йылдан-йыл һан яғынан ғына түгел, географик яҡтан да арта. Быйыл да балалар "Байығы”нда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, шулай уҡ төрлө өлкәләрҙән бейергә яратҡан ҡыҙ һәм малайҙар йыйылған.

Ямғырҙарҙан һуң һөт артыр,
24 июля 2013 йыл | Ауыл хужалығы

Ямғырҙарҙан һуң һөт артыр, "Урожай” КХ-һы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте - малсылыҡ продукцияһы етештереү буйынса уңышлы эшләп килгән хужалыҡтарҙың береһе. Хужалыҡ фермаларында, дөйөм алғанда, 360 баш һауын һыйыры булып, уларҙан йыл башынан иҫәпләгәндә 6400 центнер, йәғни бер һыйырҙан 1778 килограмм һөт һауып алынған. Һәр һыйырға уртаса көндәлек һауым 10,2 кг тура килә.

Баҫыу эштәре барышы
24 июля 2013 йыл | Ауыл хужалығы

Район хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү дауам итә. Барлығы 6525 тонна бесән, 6600 тонна сенаж тупланған. "Ағиҙел”, "Урожай”, Ленин исемендәге, "Хәсән” хужалыҡтарында сенаж һалалар. Район буйынса һәр шартлы мал башына уртаса 9,9 центнер мал аҙығы тура килә.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 21