Балалары шатлығы ла, таянысы ла
24 июля 2013 йыл | Йәмғиәт

Яңғыҙҡайын ауылынан биш бала тәрбиәләгән Тәнзилә Мәғәсүм ҡыҙы 2004 йылда "Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгәйне. Юл төшкәндә был ишле ғаиләне күреп китергә булдыҡ. Уның балалары хәҙер инде үҫеп төрлөһө-төрлө яҡҡа таралышҡан, йорт бушап ҡалған төҫлө.

Тыйылған үҫемлектәрҙе үҫтермә!
24 июля 2013 йыл | Хоҡуҡ

Наркотиктарҙан күргән зыян иҫ киткес ҙур – унан бөтә йәмғиәт, барыһынан бигерәк йәш быуын зарар күрә. Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә наркоситуацияны ҡатмарландырыусы төп факторҙарҙың береһе – уңайлы климат шарттарында граждандарҙың йорт-ихаталары янында, шулай уҡ объекттар биләмәләрендә йәки хужаһыҙ ерҙәрҙә наркотиктар әҙерләү өсөн файҙаланылған ҡырағай үҫемлектәрҙең үҫеүе.

Һыу - тереклек сығанағы
24 июля 2013 йыл | Хаттар

Һыуһыҙ бер генә көн дә тора алмайбыҙ. Һуңғы йылдарҙа Ҡояштың әүҙемлеге артып, йылдар ҡоро килеү сәбәпле, һыу мәсьәләһе иң мөһимдәрҙең береһенә әйләнә бара. Йылғалар, шишмәләр ҡорой, ҡоҙоҡтарҙың һыуы бөтә. Торбалар һуҙып һыу үткәреү өсөн дә һәр кемдең мөмкинселеге юҡ. Әлбиттә, урыны-урыны менән һибәләп киткән ямғыр һыуға сарсаған ерҙе туйындыра алмай, ул бары табаға төшкән тамсыны ғына хәтерләтә.

Хөрмәт итһәң эс әле
24 июля 2013 йыл | Йәмғиәт

Дауаханала табипҡа күренергә сиратта ултырам. Коридорҙың арғы башындағы кабинет алдында ла сират. Унда инвалидлыҡҡа комиссия үтәләр. Уларҙың ҡайһылары таяҡҡа таянған, ҡайһыларының буш еңе һәленеп тора. Бөтөн ағзалары теүәл булып, ситтән ҡарағанда һау-сәләмәт кеүек күренгәндәре лә ауыр, төҙәлмәҫлек сиргә тарығандыр. Шулай булмаһа, үҙе теләп инвалидлыҡ юлламаҫ ине.

Һалдаттар китте хеҙмәткә
24 июля 2013 йыл | Йәмғиәт

Үҙәк хәрби округында яҙғы призыв тамамланды. Хәрби комиссариаттар һалдат хеҙмәтенә 65 меңләп егетте алған. Иң күп һалдат Башҡортостандан – республика Ватанды һаҡларға 6 меңгә яҡын егетен оҙатҡан.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 21