Сәләмәтлек күнекмәләргә бәйле
10 августа 2013 йыл | Спорт

Районыбыҙҙа спортты, физкультураны, сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеүселәр йылдан-йыл арта бара. Спортсылар иһә районда ғына түгел. Республика, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа районыбыҙ данын яҡлап, уңышлы сығыш яһай, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Физкультурниктар көнө уңайынан район Хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте, физик культура, спорт һәм туризм секторының баш белгесе Ленар Таһир улы СӘЙФУЛЛИНға спорт өлкәһенә байҡау яһауын һорап мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

Үткәндәрҙә иҫтәлек бар
10 августа 2013 йыл | Йәмғиәт

Красноусолда йәшәүсе Миңнур Хаммат улы Фәтҡозаманов ошо көндәрҙә үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләргә йыйына. Ошо уңайҙан уның хәлен белешергә булдыҡ.

Йәшәү йәме татыулыҡ һәм мөхәббәттә
10 августа 2013 йыл | Хаттар

Ауыл. Дәртле лә, моңһоу ҙа, алсаҡ та, серле лә, ябайлығы менән күркәм дә ул. Көслө ташҡындары, умырзаялары менән яҙы, алһыу таңдары, ҡош моңдары менән йәмле йәйе, тирә-йүндең йәйғор төҫөндәй балҡыған көҙө, көрт баҫҡан ҡоймалары, ап-аҡ сана юлдары менән ҡышы күңелгә онотолмаҫ картина, моң булып һеңеп, гел үҙенә әйҙәп, арбап тора… Йәйге йәмле иртәлә малдарҙы көтөүгә ҡыуған һайын ауылдың иң осонда ултырған, яңы ғына төҙөлөп бөткән ҙур, мөһабәт йортҡа күҙ һалғанда күңелдә ошондай уйҙар тыуа.

Яуланған үрҙәр сик түгел
10 августа 2013 йыл | Ауыл хужалығы

Умартасылыҡ районда ауыл хужалығының төп тармаҡтарының береһен тәшкил итә. Районда умартасылыҡты үҫтереү, юғары сифатлы  продукция етештереү өсөн уңайлы тәбиғәт шарттары бар.

Тыныс тормошто һаҡлаусы
10 августа 2013 йыл | Уңғандарыбыҙ

Районыбыҙ егеттәре ҡайҙа ғына булһалар ҙа, ниндәй генә хеҙмәт башҡарһалар ҙа сабыр холоҡло, тырыш булыуҙары, үҙ бурыстарына етди, яуаплы ҡарауҙары менән айырылып тора. Шуға ла уларға үтә лә ҡатмарлы, мөһим, үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған ауыр эште ышанып тапшыралар. Ә беҙҙең егеттәр, ышанысты тулыһынса аҡлай. Кәрәккәндә ут эсенә инә, пулялар ямғырына ҡаршы бара.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4