Алма ҡайнатмаһы
31 августа 2013 йыл | Кәңәштәр

Алмаларҙың ҡабығын әрсеп үҙәген алғас, телемләп турайҙар. Һуңынан сироп әҙерләп, әҙер алмаларға ҡоялар. 3-4 сәғәт шулай тотҡандан һуң, алмаларҙы шул уҡ сиропта үтә күренмәле булғансы ҡайнаталар. Әгәр алмаларҙың ҡайһы берҙәре башҡа киҫәктәрҙән элегерәк өлгөрһә, уларҙы ҡалаҡ менән һаҡ ҡына һайлап алып, ҡалғандары тамам әҙер булғансы ҡайнатырға кәрәк.

Яҡтылыҡ бөркөлгән йортта
31 августа 2013 йыл | Хаттар

Яҡтылыҡ бөркөлгән йорттаБурлы ауылынан шатлыҡ-ҡыуаныстарыбыҙҙы уртаҡлашып, ауыр саҡта һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусы ғаилә дуҫтарыбыҙ Фәниә һәм Хәләф Тәүхетдиновтар тураһында ине һүҙем. Ундай ғаиләләр күберәк булһа, йәшәүе тағы ла матурыраҡ, еңелерәк булыр ине.

Йөрәктән сыҡҡан – йөрәккә етә
31 августа 2013 йыл | Хаттар

Бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына, бөтә ил ҡытлыҡ кисергән заманға тура килгән оло кешеләр менән аралашҡан һайын, яңынан-яңы ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәл-ваҡиғалар ишетеп, аптырап ҡайтам. Аптырарлыҡ та шул – ниндәй генә һынауҙарға дусар булмаһын, улар кешелек сифатын, ғәҙеллеккә ышанысын, күңел сафлығын юғалтмай. Заман килтергән нужаларҙан ҡурҡып бер кем дә үҙ-үҙенә ҡул һалмай, ә киреһенсә, аслыҡҡа, яланғаслыҡҡа сынығып, теш ҡыҫып түҙеп, киләсәккә ҙур, яҡты маҡсаттар ҡуйып йәшәй белгәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге ваҡытта уларҙың сафы көндән-көн һирәгәйә. Шул иҫәптән, тыл ветерандарының да һаны кәмей бара. Бөгөнгө һүҙем дә ихтирамлы тыл ветераны, атаҡлы уҡытыусы, ауылдың иң оло кешеләренең береһе, әлеге көндә Ҡауарҙы ауылында йәшәүсе Сания Миңләхмәт ҡыҙы Ҡалмырҙина хаҡында.

Моңоң да, зарың да бар, Ташбүкән!
31 августа 2013 йыл | Йәмғиәт

Моңоң да, зарың да бар, Ташбүкән!Күптән түгел Ташбүкән ауылы үҙ халҡын "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйҙы. Байрамға төрлө тарафтан бик күп кешеләр йыйылды. Хатта тиҫтәләрсә йылдар һуҙымында ауылға ҡайта алмағандар ҙа был юлы тыуған яғына юл алырға әмәлен тапҡайны.

Туғандар һәм таныштар үҙ нәҫелен барланы
31 августа 2013 йыл | Йәмғиәт

Августың йәмле бер көнөндә тирә-яҡтан хозур тауҙар уратып алған гүзәл тәбиғәтле Ҡаранйылға ауылында оло йыйын йыйылды, изге төйәк үҙенең балаларын, ҡан-ҡәрҙәштәрен бергә тупланы. Алыҫ тарафтарҙан һағынышып ҡайтҡан ҡунаҡтарҙы, күптән күрешмәгән туғандарҙы, дуҫтарҙы табыштырыу, ауылдаштарҙы берләштереү, тарихи тамырҙарға иғтибарҙы йүнәлтеү – сараның төп маҡсаты булды.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 14