Груша ҡайнат-маһы
17 августа 2013 йыл | Кәңәштәр

Ҡайнатыр алдынан грушаны сорттарға айы-ралар, йыуып ҡабығын әрсейҙәр һәм үҙәген алалар. Ваҡ грушаларҙы икегә йәиһә дүрткә, эреләрен тағын да күберәккә киҫеп турайҙар.

Былар ҡыҙыҡлы
17 августа 2013 йыл | Хаттар

Джинсыларға бишенсе кеҫә ниңә кәрәк
Бындай кеҫә беренсе тапҡыр 1873 йылда Levi’s  джинсы маркаһында тегелә башлаған. Уның килеп сығыуының бер нисә версияһы бар. Береһе буйынса, кеҫә сылбырлы сәғәт һалып йөрөү өсөн тегелгән – ул ваҡытта бишенсе кеҫә әҙерәк ҙурыраҡ булған, шуға сәғәттәр еңел генә һыйған. Икенсе версия буйынса -  был кеҫә эшселәргә ваҡ-төйәк өсөн (мәҫәлән, ҡаҙаҡтар һалырға) кәрәк булған, ә алтын приискыһында эшләүселәр эре булмаған табыштарын һалғандар.

Уңышһыҙлыҡҡа рәхмәт әйт
17 августа 2013 йыл | Йәмғиәт

Кеше яҙмыштары төрлө. Берәүҙәр баш әйләндерерлек уңыштарға өлгәшеп, бәхет күгенең ете ҡатын да иңләһә, икенселәр, яҙмыштың рәхимһеҙлегенә туҡтауһыҙ зарланып, тормош төпкөлөндә үҙенсә ҡайнай бирә. Әммә һеҙ – үҙ яҙмышығыҙҙың хужаһы һәм оҫтаһы. Уны нисек теләйһегеҙ, шулай үҙгәртә алаһығыҙ. Яҙмышығыҙ биттәре матур хәтирәләр, күңелле хәл-ваҡиғалар менән тулһын, уй-хыялдарығыҙ бойомға ашһын тиһәгеҙ, яҙмыш дилбегәһен үҙ ҡулығыҙға алырға тура киләсәк. Ҡытайҙарҙа «Тауҙы юлынан алып ташларға теләгән кеше эште бәләкәй таштарҙан башлай» тигән бик аҡыллы әйтем бар. Беҙ ҙә яҙмышты яҡшы яҡҡа үҙгәртеүҙе уй-хыялдарҙы тәртипкә килтереүҙән башларға кәрәк, тигән фекерҙәбеҙ.

Һыйыр йәл
17 августа 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Юмореска
Мал йәнле кеше мин. Ә бына техникаға йәштән барымым булманы. Шуға ғүмерем буйы малсылыҡта эшләнем. Әммә техника заманы киң сәхрәләрҙә ирәүәнләп йөрөргә өйрәнгән мине лә машина алырға күндерҙе. Дөрөҫөрәге, еңгәгеҙҙең: "Берәй ҡасан рәхәтләнеп үҙ машинамда йөрөй алырмынмы-юҡмы?!” – тип туҡтауһыҙ игәүе мәжбүр итте.

Баҙарҙа хаҡтар ни хаҡ?
17 августа 2013 йыл | ---

Юғары сортлы он (1 тоҡ) – 1200-1250 һум
Беренсе сортлы    - 1150 һум
Шәкәр ҡомо (1 тоҡ)
(Ҡарлыман)        - 1900 һум
(Мәләүез)        - 1600 һум
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 14