Изгелек ҡыл! Күңелең нурланыр
17 августа 2013 йыл | Йәмғиәт

Кеше күңелендәге тойғоларҙың иге-сиге юҡ. Шулар араһында иң ҡиммәтле, иң изгеләрҙең береһе – миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек. Изгелек, мәрхәмәтлек төшөнсәләре онотолоп барған заманда беҙҙең арала кеше бәхетһеҙлеген, бәләһен үҙенекеләй итеп күреп, уға битараф булмаған кешеләрҙең  булыуы һөйөнөслө

Ярыштарҙа һынатманыҡ
17 августа 2013 йыл | Спорт

Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре араһында ХI йәйге спартакиаданың төбәк ярыштары булып үтте. Талбазы ауылында уҙған ярыштарҙа Әлшәй, Ауырғазы, Күгәрсен, Миәкә һәм беҙҙең район командалары үҙ-ара көс һынашты.

Беҙҙең өйҙөң йәме
17 августа 2013 йыл | Хаттар

Йәнә күмәкләшеп ауылға ҡайттыҡ. Йортҡа килеп инеүебеҙ булды, балалар күмәкләшеп нәнәйҙе эҙләй башланы. Өйҙә сағында йүгереп беҙгә ҡаршы сыға, ә ул булмаһа, өйҙөң бер йәме лә юҡ һымаҡ.

Берегеҙ өсөн берегеҙ кәрәк
17 августа 2013 йыл | Хаттар

Ғүмер бер генә шул. Нисек кенә теләһәң дә кисәгене бөгөн, бөгөнгөнө иртәгә ҡабатлап булмай. Эшләгән эшеңде, бәлки, ҡабатларһың да, әммә ғүмерҙең сәғәттәрен, минуттарын һис туҡтатып булмай.
Әллә ҡасандан бирле күңелемдә изгелекле, миһырбанлы кешеләр хаҡында үҙ фекеремде, теләктәремде матбуғат аша әйткем, белдергем килгән мәлдәр булды. Бөгөн үҙем генә түгел, күптәр ихтирам иткән, рәхмәтле булған кешеләр хаҡында һөйләмәксемен. Геройҙарым – Фәрит Хәмзә улы Юлыҡов һәм уның ғүмер юлдашы Ғәзимә Садиҡ ҡыҙы Урманшина.

Язалар ҡатылана
17 августа 2013 йыл | Хоҡуҡ

Язалар ҡатыланаЮлдарҙа именлек, хәүефһеҙлек мәсьәләһе көнүҙәк проблема булыуҙан туҡтамай. Был өлкәләге закондарға төҙәтмәләр индерелеп тороуы иң тәү сиратта хәүефһеҙлек тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Бөгөнгө һөйләшеү  ҙә яңыраҡ ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәр хаҡында бара. Әңгәмәсебеҙ – Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ғафури районы буйынса бүлеге Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бүлексәһе начальнигы вазифаһын башҡарыусы М.М.МӘХИЙӘНОВ.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 14