Балалар ҡағиҙәне белһен
17 августа 2013 йыл | Хоҡуҡ

29 июлдән 19 сентябргә тиклем "Шлем – бөтәһенә лә баш” тигән исем аҫтында Бөтә Рәсәй социаль кампанияһы бара. Уның маҡсаты – юлдарҙа балалар араһында юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү, мототранспортта мотлаҡ шлем кейеп йөрөүҙе пропагандалау.

Йылытыу миҙгеленә йыраҡ ҡалманы
17 августа 2013 йыл | Йәмғиәт

Йылытыу миҙгеленә йыраҡ ҡалманыАуыл хужалығында көнө йылды туйҙырырға торошло мәл булһа, башҡа тармаҡтарҙа ла ҡышҡа әҙерлек ҡыҙыу бара. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн дә йәйге осор  үтә лә яуаплы. Ҡышты имен-аман, аварияларһыҙ сығыу өсөн бөгөндән етди әҙерләнеү талап ителә. Йылытыу миҙгелендә өҙөклөктәр булмаһын, электр энергияһы, һыу, йылылыҡ биреү тотҡарлыҡһыҙ башҡарылһын  өсөн нимәләр эшләнә? Ошо һорауҙарға яуап табыу маҡсатында "Тепловодоснабжение” МУП-ының баш инженеры Алексендр Васильевич Безовчукка бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Һүҙ-уға:

“Йәшел ураҡ” көндәлеге
17 августа 2013 йыл | Ауыл хужалығы

(16 авгусҡа ҡарата)
Район хужалыҡтарында урып йыйыу эштәре дауам итә. Иген культуралары дөйөм майҙандарҙың 23 процентында (3775 гектарҙа) йыйып алынған. "Урожай” крәҫтиән хужалығында был күрһәткес 53 процент (980 гектар), "Агрохим”да – 52 (350 гектар), Ленин исемендәге колхозда 43 процент (500 гектар) тәшкил итә. Район буйынса 2600 гектар майҙандағы арыштың 2169 гектарында уңыш йыйып алынған. Арыштың уртаса гектар ҡеүәте 17 центнер тәшкил итә. "Урожай” (21,4 центнер), "Зенит” (20), Кәримов (20), Ленин исемендәге (18 центнер) хужалыҡтарҙа уңыш уртаса район күрһәткесенән юғары.

Һөт һәм бал булғанда ауыл йәшәр
17 августа 2013 йыл | Ауыл хужалығы

Һөт һәм бал булғанда ауыл йәшәрАуыл тормошо тураһында һүҙ алып барғанда иң тәү сиратта ихатала эркелешеп йөрөгән мал-тыуар, һөт-ҡаймаҡ һәм ҡорт балы күҙ алдына килә. Һөт һәм бал борон-борондан ауыл кешеһенең төп йәшәү сығанағы булған. Электән ата-бабаларыбыҙ мал аҫраған, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән. Һөт ризыҡтары, ит һәм бал һатыуҙан килем алып етеш тормошта йәшәүсе ғаиләләр һәр ауылда артҡандан-арта бара.
Имәндәш ауылында ла малсылыҡ һәм ҡортсолоҡҡа етди иғтибар бирелеп, халыҡ күпләп һыйыр һәм ат
аҫрай. Кемдер һауған һөтөн һөт йыйыусыға тапшырһа, икенселәре ҡаймаҡ, ҡорот, эремсек эшләп ауыл баҙарына сығара, йәиһә Еҙем буйында ял итеүсе туристарға һата. Үҙҙәренең өҫтәле лә һөт ризыҡтарынан өҙөлмәй.

Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
17 августа 2013 йыл | Сәйәсәт

Районда
* Бөгөн Ҡотлоғужа ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтә.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 14