Мәғарифтың бурысы - һөҙөмтәле эшмәкәрлек
02 сентября 2013 йыл | Мәғариф

Мәғарифтың бурысы -  һөҙөмтәле эшмәкәрлек29 августа район мәҙәниәт һарайында уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары Р.Й.Салауатов, Республика Хөкүмәте вәкиле - ауыл хужалығы министры Н.Коваленко, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Р.Р.Ишмөхәмәтов, район Советы рәйесе Ф.Һ.Зәйнетдинов, район мәғариф бүлеге начальнигы Ш.Н.Хәбибуллин, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы ректорының тәрбиә эштәре һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Н.С.Мысляева, "Апитерапия һәм умартасылыҡ  буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге”нең генераль директоры Ә.М.Ишемғолов, район мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, балалар баҡсалары мөдирҙәре, тәрбиәселәр, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.