Ҡыңғырауҙар сыңлай мәктәптәрҙә
04 сентября 2013 йыл | Мәғариф

Ҡыңғырауҙар сыңлай мәктәптәрҙәҺәр бала түҙемһеҙләнеп көтөп алған 1 сентябрь ҙә етте. Ҡупшы итеп кейенгән, ҡулдарына аллы-гөллө сәскә бәйләмдәре тотҡан балалар мәктәпкә ашыҡты. Әлегәсә тып-тын торған белем усаҡтары уҡыусыларҙың шат тауыштарына күмелде.

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте
04 сентября 2013 йыл | Уңғандарыбыҙ

Ғафури районы муниципаль район Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр:

Ветерандарға – халыҡ хәстәре
04 сентября 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Үткән аҙнала Бөтә Рәсәй ветерандар советы ҡарары буйынса йыл һайын уҙғарылған "Төпкөлдәге ветерандарға – халыҡ хәстәре” тигән акция сиктәрендә Красноусолда район ветерандар советының пленумы үтте. Уның эшендә район Хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров ҡатнашты һәм сығыш яһаны.

Икенсе ураҡҡа күп ҡалманы
04 сентября 2013 йыл | ---

Быйыл республикала барлығы 3,2 млн тонна иген йыйыу планлаштырылғайны. Тик һуңғы мәғлүмәттәр буйынса ул 2,3 млн тоннанан артмаҫ тип көтөлә.

Ауыл көнөнә әҙерлек башланды
04 сентября 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе ғәҙәттә-гесә 11 октябрҙә үтәсәк Ауыл көнөнә ҡарата "Иң матур йорт”, "Төҙөкләндереү йәһәтенән иң күркәм предприятие”, "Беҙҙең ихатала”, "Төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы сауҙа нөктәһе”, "Төҙөкләндереү, халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү буйынса иң яҡшы предприятие”, "Биләмәнең үҙенсәлекле дизайны” кеүек номинациялар буйынса конкурс иғлан итә.